Халыҡтың медицина хеҙмәттәренән файҙалана алыуына йүнәлтелгән “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (национальный проект “Продолжительная и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһына яңы заманса рентген-аппарат килтерелгән. Был ҡорамал рентгенография тикшереүҙәре өсөн заманса ҡарар булып тора һәм күп пациенттар менән эшләү өсөн тәғәйенләнгән. Уны ҡуйыр алдынан рентген-кабинетта капиталь ремонт эштәре атҡарылған. Муниципалитетта хәбәр итеүҙәренсә, яңы ҡорамалдың сафҡа инеүе Ҡыйғы үҙәк район дауаханаһында медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын яҡшыртасаҡ. Сығанаҡ: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.