Башҡортостандағы “Йорт йәнлектәре” (“Домашний питомец”) предприятиеһы “Йоғонтоло һәм көнәркәшле иҡтисад” милли проекты (национальный проект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярҙамында яңы етештереү линияһы асты. Был турала республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр иттеләр. Компания 2022 йылдан алып зоологик тауарҙар етештерә, улар араһында бесәй бәҙрәфе өсөн тултырғыстар, эттәр өсөн киптерелгән тәм-том, зоологик косметика ла бар. Ярҙам алғас, компания гранула эшләү линияһы һатып алған. Был подрядсыларға сығымды кәмендә 25 процентҡа аҙайтыу, шулай уҡ продукцияның сифатын яҡшыртыу һәм яңы эш урындары булдырыу мөмкинлеге бирә. “Яңы етештереү линияһы индереү һәм ташламалы лизинг механизмын файҙаланыу предприятиеға төп өҫтөнлөктәр бирҙе – етештерелгән прдукцияның ассортименты киңәйҙе, сифаты яҡшырҙы. Дәүләт ярҙамы беҙгә яңы кимәлгә сығыу форсаты бирҙе”, – ти компания директоры Юлия Волошановская. “Йоғонтоло һәм көнәркәшле иҡтисад” милли проектының маҡсаты – иҡтисадты,