Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һәләк була яҙғандар...

Биш турист байдаркала әйләнеп боҙло һыуға төшөп киткән Бөгөн кис Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса БР дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары өс байдаркала бәләкәй Инйәр буйлап аҡҡан биш туристы ҡотҡарған. Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан йыйылма турист төркөмө маршрутын Белорет районының Бирҙеғол ауылынан башлаған. “Айғыр һикәлтәләре”н үткән ваҡытта көслө ағым уларҙың байдаркаларын әйләндереп һалған, кешеләр боҙло һыуға ҡолап төшкән... Ярай әле, был тирәлә дежур иткән ҡотҡарыусылар бик тиҙ ярҙамға килеп еткән. Улар туристарҙың һәр береһен йылғала эләктереп алып, ярға сығарған. Бәхеткә, зыян күреүсе юҡ. Фото:Госкомитет РБ по ЧС.