Хәҙисә әбей уйҙарынан арынырға тырышып, хәлһеҙ ҡулдары менән һике ситенә таянып ултырҙы. Бына ике аҙна инде тамағына ашай алмай интегә. Әҙ-әҙләп һөт, сәй эскән була ла ул, эскә төйөр төшмәгәс, хәл буламы ни? Ярай әле бабайы өлтөрәп тора. Саҡ ҡына ыңғырашһа ла йүгереп килеп етә. Йәлләй уны әбей, әйткәйне бит инде, донъя көтөргә һаулығым юҡ, тип. Юҡ инде, һүҙен һүҙ итеп үҙенә алып ҡайтҡан булды. Бергә тормош көткән әбейе үлгәс, Хәҙисәне биш-алтыны һората килгәндер. Килгән һайын Хәҙисә уны икенселәргә димләп ебәрә торҙо, ә ул ҡат-ҡат уға килде, барыбер күндерҙе. “Миңә ҡара-ҡаршы ултырып, һөйләшеп сәй эсергә кеше булһа, шул етә. Аллаға шөкөр, шәпмен әле, бөтә өй мәшәҡәттәрен үҙем башҡарырмын”, - тип ныҡышты бабай. Хәҙисә әбей икенсе бабайынан һуң башҡа кейәүгә сығырға уйламағайны ла. Үҙенән бик ҡыҙын йәлләне. Бер ҙә һаулығы юҡ. Икәүләшеп ауырып, ятып китһәләр, кем ҡарар уларҙы? Ҡыҙы ла риза булып торғас, Хәҙисә әбей Харис ҡарттың һүҙен йыҡманы инде. Хәҙер бына өсөнсө йыл бергәләп көңгөр-ҡаңғыр килеүҙәренә. Харис ҡарт һүҙендә торҙо: әбейенең ҡулына ауыр эш тигеҙмәне. Хәҙисә икмәк бешерҙе лә аш-һыу хәстәрләне. Кистәрен һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне. Йор һүҙле Харис һәр ваҡыт нимәнәндер ҡыҙыҡ табып, һүҙҙе уйынға бороп, әбейенең күңелен күрергә тырышып ҡына торҙо. Бигерәк тә Хәҙисәне һоратып йөрөгән сағын мәҙәк итеп һөйләне. - Әллә мин һин күрһәткән әбейҙәргә барып торған тиһеңме?.. Береһенә лә аяҡ баҫманым. Барыбер риза булыр тип уйлайым да, бер аҙна үткәс, тағы һиңә юлландым. Үҙеңде яратҡас яраттым инде. Мөхәббәт бит!.. - И-и, Раббым, ҡартайғас мөхәббәт буламы икән?.. Кеше көлдөрөп һөйләгән була бит әле. Ә мин һине оҡшатмайым да, ҡайттым-киттем, - тип инәлтеп тә алған була Хәҙисә. Әммә бабайының һүҙҙәренән күңеленә шул тиклем рәхәт. Йәш сағында шулай ҡайғыртып торған кеше менән йәшәһә икән дә бит... Иҫенә төшһә, әле лә күңеле һыҙлап китә. Әле бабайынан көлһә лә, алтмышҡа еткәс, үҙе лә уға ғашиҡ түгелме һуң? Мөхәббәт тигәндәре олоғайғас та була, күрәһең. Бергә оҙаҡ йәшәргә генә насип булһын. Хәҙисә эргәһендә урынын йүнәткән Харисҡа ҡарап алды. Унан хис-тойғоһон белдермәҫкә булып, ситкә ҡараны. - Әллә саф һауаға тышҡа сығарайыммы, арыуланып китәр инең, - тине бабайы. - Сығайыҡ һуң, - тип ризалашты Хәҙисә. Тышҡа сыҡҡас, ысынлап та, тыны иркенәйеп, башы асылып ҡалғандай булды Хәҙисәнең.Тик һуңғы ваҡыт ниңәлер гел бала сағы, йәшлек йылдары уйынан сыҡманы. ”Хәйерлегә булһын!” тип уйлап та алды. ...Аталары үлеп киткәс, әсәһе дүрт бала менән яҙмыш ҡосағында яңғыҙ ҡалды. Ағаһына - 15, Хәҙисәгә - 12, һеңлеһенә - 7, ҡустыһына 5 кенә йәш ине ярты етем ҡалғандарында. Күп тә үтмәне кеүек, әсәйҙәре икенсегә кейәүгә сыҡты ла китте. Ағаһы үҙ йүнен үҙе күреп өйҙәрендә ҡалды. Әсәһе Хәҙисәне аҫрау итеп ике туған Суфия инәләренә бирҙе, ике бәләкәсен генә үҙе менән алды. Ҡыҙ баштараҡ, эсе бошоп, өйҙәре яғына көн дә барып әйләнде. Бына-бына әсәһе соланға сығып балаларын ашарға саҡырыр, һәр береһенең арҡаһынан һөйөп: ”Ҡайҙа оҙаҡлап йөрөйһөгөҙ, өйөгөҙҙө онотоп?” – тип еңелсә һуҡраныр кеүек тойола ине. Тик өнһөҙ өй гел тын ғына ҡаршы ала, тын ғына оҙата. “Башҡаса туғандарым менән бергә йәшәй алмам микән?” тигән уй йөрәген телеп алғандай күкрәгенә килеп тығыла ла әсе күҙ йәштәре булып сикәһенән субырлап аға. Илап шешенгән ҡыҙҙы, һуңлап ҡайтһа ла, инәһе орошмай ине. Бер аҙ өй эштәренә лә ҡушмай тора. Уның шул яҡшылығы ла күңелендә матур бер хәтирә булып һаҡлана. Хәҙисә уларҙа йәшәй башлау менән бар эш тиерлек уның елкәһенә һалынды ла ҡуйҙы. Ҡыш көндәре хәтерендә шулай ҡалған: иртән тора ла мейескә ут яға, сәй ҡуя, картуф бешерергә ултырта, унан аҙбар таҙартырға сыға. Биш һыйырҙың тиҙәген башта һәнәк менән аҡтарып сыға, унан ҡосаҡлап картуф баҡсаһына ташый. Бейәләйе юҡ, ҡулы туңа, кейгән сәкмәненең еңдәре оҙон булһа ла йоҡа нәмә йылы тотмай. Ҡулдары ныҡ туңған саҡта кесе ярауы менән йылытып алғаны ла булды инде. Аҙбарҙы таҙартып бөткәс, юл ыңғайы утын күтәреп инә. Инәһе менән уның Хәҙисәнән олораҡ ҡыҙы Шәрғиә был ваҡытта уянмаған да булалар әле. Улар торғансы тип Хәҙисә йөн иләй тора. Бәләкәйҙән һәр эшкә оҫта була ул. Инәһе үҙ ҡыҙын был эшкә һис өйрәтә алмай, орсоҡ менән ҡулына һуғып-һуғып ала, ә уныһы, юрыйҙыр инде, уның һайын төйөр-тайырлы ите иләй, әсәһе тышҡа сығыу менән орсоғон ташлап та ҡуя. Эйй, шул ҡыҙы ныҡ ыҙалатты инде Хәҙисәне. Һыу ташыһалар, Шәрғиә бәләкәс биҙрәләрҙе ала һала, ә уға ҙурҙары ҡала. Хәҙисә алдан көрт йырып та барырға тейеш була. Тауҙы менгәндә һыуы түгелһә, Хәҙисәнекен ҡойоп ала ла мәкегә кире йүгертә. Тышҡа уйнарға сыҡһалар, теге оҙон еңле сәкмәнде үҙе кейеп ала. Бейәләй урынына еңен тартып ала ла тотона уйнарға. Ә Хәҙисә оҙаҡ йөрөй алмай, ҡулдары өшөү менән өйгә инеп, тағы йөн иләргә ултыра. Шул иҫенә төшһә: “Көнө-төнө тигәндәй йөн иләп тә, ниңә бер ҙә ойоҡ- бейәләй бәйләмәнеләр икән?” тип уйлай хәҙер. Уйҙарынан арынырға теләп, Хәҙисә әбей көскә тороп урында ғына тапанып алды. Өс көн ятҡас ни, тәне ауырайған, аяҡтары тыңлашмай, башы әйләнә. Уның ыһылдағанына Харис ҡарт йүгереп килеп етте. - Минһеҙ ҡуҙғалма, тинем бит, ҡолап ятһаң... – тине борсолоп. - Һин бигерәк ҡурсалама әле мине. Эшең былай ҙа етерлек. - Эш ни бөтмәҫ инде. Ә миңә һин ҡәҙерле. Ошолай тик ултырһаң да ишек алдына йәм биреп ултыраһың. Бабайы утынлыҡҡа ҡарай атлағас, ниңәлер утыҙ йыл буйы уйламаған беренсе ире - Фәтҡуллаһы иҫенә килеп төштө: “Ул шулай йәш саҡта ҡурсалап торһа, былай ҡаҡшамаҫ инем”... (Аҙағы иртәгә ошо ваҡытта була). Авторы: Фәйрүзә Фәтҡуллина.
Хәҙисә әбей уйҙарынан арынырға тырышып, хәлһеҙ ҡулдары менән һике ситенә таянып ултырҙы. Бына ике аҙна инде тамағына ашай алмай интегә. Әҙ-әҙләп һөт, сәй эскән була ла ул, эскә төйөр төшмәгәс, хәл буламы ни? Ярай әле бабайы өлтөрәп тора. Саҡ ҡына ыңғырашһа ла йүгереп килеп етә. Йәлләй уны әбей, әйткәйне бит инде, донъя көтөргә һаулығым юҡ, тип. Юҡ инде, һүҙен һүҙ итеп үҙенә алып ҡайтҡан булды. Бергә тормош көткән әбейе үлгәс, Хәҙисәне биш-алтыны һората килгәндер. Килгән һайын Хәҙисә уны икенселәргә димләп ебәрә торҙо, ә ул ҡат-ҡат уға килде, барыбер күндерҙе. “Миңә ҡара-ҡаршы ултырып, һөйләшеп сәй эсергә кеше булһа, шул етә. Аллаға шөкөр, шәпмен әле, бөтә өй мәшәҡәттәрен үҙем башҡарырмын”, - тип ныҡышты бабай. Хәҙисә әбей икенсе бабайынан һуң башҡа кейәүгә сығырға уйламағайны ла. Үҙенән бик ҡыҙын йәлләне. Бер ҙә һаулығы юҡ. Икәүләшеп ауырып, ятып китһәләр, кем ҡарар уларҙы? Ҡыҙы ла риза булып торғас, Хәҙисә әбей Харис ҡарттың һүҙен йыҡманы инде. Хәҙер бына өсөнсө йыл бергәләп көңгөр-