Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Өләсәй, һинең мөхәббәтең Фидан йырлай!"

"Өләсә-ә-әй... Һинең мөхәббәтең йырлай!" тип ҡысҡырышып килеп сыҡты аш-һыу яғында булышҡан өләсәләре эргәһенә бәләкәй Инсаф менән Сыңғыҙ. Телевизорҙа концерт бара, Фидан Ғафаров йырлай икән. Беҙҙең әсәй (хәҙер мәрхүмә) башҡортса бөтә тапшырыуҙарҙы ла яратты, шулар иҫәбендә концерттарҙы ла. Һәр бер артистың исемен белә, йөҙҙәрен, тауыштарын таный. Ауылда "Фәниә менән Фәриттең телевизоры башҡортса күрһәтә" тип әйткәндәр булды, "Фәниә ни бөтә артистарҙы ла белә, был кем йырлай, быныһы кем?" тип һорашып ултырырҙар ине беҙҙә мәжлестә ултырған ҡатындар. Әсәйем бер концерт ҡараған мәлендә малайҙарҙың Фидан Ғафаровты кем йырлай тип һорауына, шаяртып "Минең мөхәббәтем", тигән. Шунан һуң улары телевизорҙа күргән һайын "Өләсәй, һинең мөхәббәтең йырлай, ивет", тиерҙҙр ине, әсәйем яуап итеп көлөмһөрәп: "Эйе, шулай", тиер ине. Фидан Ғафаров тотош быуындың, бер нисә быуындың сәхнә мөхәббәте булғандыр. Йәне йәннәт түрҙәрендә булһын. Зөлфирә ҠАРАҒУЖИНА-МОРАТШИНАнан. Фото: Ф. Ғафаровтың шәхси архивынан.