Баймаҡтарҙың Бөйөк Еңеүгә арналған бындай марафондар тәүге тапҡыр үткәрелмәй. Беренсе тапҡыр баймаҡтар 1975 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына саңғыла Өфөгә юллана. Унда туғыҙ саңғысы баш ҡалаға 13 көн дауамында бара һәм шуның менән Бөйөк Еңеүгә үҙ хөрмәттәрен күрһәтеүгә өлгәшә. Икенсе уҙыш 2015 йылда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлана. 1975 йылда Баймаҡтан Өфөгә 10 кеше саңғыла сыға. Уларҙың береһе Түбә ауылынан Михаил Галкин була. Уның әйтеүенсә, саңғысылар үҙ уҙышын Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арнай һәм Бөрйән, Ишембай, Ауырғазы райондары аша Өфөгә барып етә. Командала Вилүр Рәхимғолов та була. Ул аҙаҡ оҙаҡ йылдар «Баймаҡ» халыҡ кәсептәре үҙәген етәкләгән. Ҡатнашыусылар туҡталған урындарҙа ветерандар менән осраша, концерт ҡуялар. Бөрйән районында уларҙы бик йылы ҡаршы алалар. -27 градуслыҡ һыуыҡта Асҡарға барып етәләр. Бер аҙна эсендә Өфөгә барып етәләр. Уларҙы тантаналы рәүештә ҡаршы алалар. Быйылғы велоуҙыш хаҡында ла даими рәүештә яҡтыртып барасаҡбыҙ. Велоуҙышта ҡатнашыусыларға