Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йөҙгә етеүҙең сере ябай

Бөйөк Еңеү байрамына һынаулы ғына көндәр ҡалғанда Нефтекама дауаханаһының баш табибы Рафаэль Зыятдинов һәм уның урынбаҫары Наилә Бәләғетдинова Энергетик ауылында йәшәүсе 102 йәшлек Фәрхәнә Исмәғилеваны оло байрам менән ҡотланы. Фәрхәнә Гәрәй ҡыҙы – сәләмәтлек һәм тормош энергияһы өлгөһө. Йыл һайын ул “Сәләмәтлек поездары” акцияһында ҡатнаша. Ул үҙенең оҙаҡ йәшәү сере менән уртаҡлашып, ҙур ҡәнәғәтләнек менән эшләргә, әүҙем булырға, күберәк йәшелсә ашарға һәм тормошҡа шатланып, йәм табып йәшәргә тәҡдим итте. Ул табиптарға үҙе тураһында хәстәрлек күреүҙәре өсөн рәхмәт әйтте. Аҡ халатлылар үҙ йәһәтендә Фәрхәнә инәйгә, яҡындары эргәһендә бәхетле көндәр кисереп, оҙаҡ йәшәүен теләне. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.