Бөгөн Өфөлә Башҡортостандың Профсоюдар федерацияһы йортонда 1 Май Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы айҡанлы тантаналы йыйылыш уҙғарылды. Сара башланыр алдынан фойела “Үҙебеҙҙекеләр тураһында” (“О СВОих”) һәм “Беҙҙең ғаилә ҡаһармандары” исемле фотокүргәҙмәләрҙе һәм рәссамдарҙың “Беҙҙең геройҙар” эштәрен күрһәтеү асыу тантанаһы булды. Бында күргәҙмәләргә ҡағылышлы сығыштар йыр-моң менән бергә үрелеп барҙы. “Был байрам бөтә тыныслыҡҡа һәм тотороҡлолоҡҡа ынтылған барлыҡ етештереү көстәренең берҙәмлеген кәүҙәләндерә”, – тине Башҡортостандың Просоюздар федерацияһы рәйесе Гүзәл Мирошниченко, йыйылыш залында ултырғандарҙы 1 Май барамы менән ҡотлап. – “Быйыл, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына, Рәсәйҙәге профсоюздар хәрәкәтенең 120 йыллығына һәм Рәсәйҙең бойондороҡһоҙ профсоюздары федерацияһының 35 йыллығына арнап, Профсоюздарҙың беренсе май акцияһы “Фиҙакәр хеҙмәт – Еңеү гарантияһы!” тигән девиз аҫтында үтә”. Ул билдәләүенсә, профоюз берекмәләре илебеҙҙең гражданлыҡ йәмғиәтенең төп институттар