Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҙур пластик шешәләрҙе нисек еңел генә таҙартырға?

Биш, 20 литрлы һыу һауыттары беҙҙең тормошҡа ныҡлы инде. Ҡалала ла, ауылда ла уның кәрәге ҙур. Ләкин ваҡыты менән шешәнең эсе йәшәрә башлай, ә тар муйындан ҡулды индереп йыуып булмай. Биш литрлыларын ташларға ла була, ә бына ҙурҙары йәл. Баҡһаҡ, уны еңел генә таҙартып була икән. Ысул бик ябай. Ни бары сода менән йомортҡа ҡабығы ғына кәрәк. Йомортҡа ҡабығын ярты сантиметр оҙонлаҡта итеп ваҡларға кәрәк, тик он валсығына әйләндермәгеҙ. Шунан иретмә кәҙерләйбеҙ: йылы һыуға сода ҡушабыҙ. Бер литр һыуға 50 грамм сода алығыҙ. Ул таҙартып ҡына ҡалмай, ә дезинфекция өсөн дә шәп. Иретмәне шешәнең төбөн ҡапларлыҡ итеп һалығыҙ һәм бер нисә сәғәткә онотоп тороғоҙ. Аҙаҡ йомортҡа ҡабығы һалырға һәм ныҡ итеп болғарға кәрәк. Ул тиҙ арала таҙара, ә йомортҡа ҡабығы пластикты боҙмай һәм еңел генә сайҡалып сыға. Ҡайһы берҙә йомортҡа ҡабығы урынына йылға ҡомо ла алырға була. Автор фотоһы.