Үзбәкстан менән Башҡортостан туризм тармағындағы, шул иҫәптән берлектәге инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа хеҙмәттәшлекте дауам итә. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко Үзбәкстандың Бохара өлкәһенең туризм идаралығы етәксеһе Сухроб Бобокалонов һәм Фирғәнә өлкәһе хокимының туризм, спорт, мәҙәниәт, мәҙәни мираҫ һәм киң коммуникациялар буйынса урынбаҫары - туризм идаралығы етәксеһе Хуршиджон Әхмәдов менән осрашты. Сарала Башҡортостан Республикаһы, Үзбәкстандың Фирғәнә һәм Бохара өлкәләре туризм буйынса вәкилдәре ҡатнашты. Яҡтар артабан туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлек перспективалары, шул иҫәптән республикаларҙың туризм йәһәтенән тәжрибә уртаҡлашыу һәм алмашыу өсөн туристик операторҙар осрашыуҙары мәсьәләләре тураһында һөйләште. Саралар барышында туризм компаниялары вәкилдәре үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында фекер алышты, В2В форматындағы һөйләшеүҙәр булды. Улар һөҙөмтәһендә туризм операторҙары араһында партнерлыҡ мөнәсәбәттәре үҫеше, берлектәге турист маршруттары төҙөү һәм урындағы һөнәрҙәргә арналған таныштырыу сәфәрҙәрен ойоштороу тураһындағы килешеүҙәр тураһында һөйләштеләр. “ИННОПРОМ. Үҙәк Азия” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһенә ярашлы туризм өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү тураһындағы саралар планына (“Юл картаһы”) ҡул ҡуйылды. - Башҡортостан Республикаһы һәм Үзбәкстан Республикаһы туризм өлкәһендәге файҙаланылмаған ҙур ҡеүәткә эйә. Саралар планына ҡул ҡуйыу туризм хеҙмәттәшлегендә яңы перспективаларҙы аса. Тәжрибә менән уртаҡлашыу, берлектәге проекттар һәм әүҙем эш итеү Башҡортостандың, Бохараның һәм Фирғәнәнең туризм йүнәлештәрен дә йәлеп ителеүсәнлегенә булышасаҡ, мәҙәни бәйләнештәрҙе лә, биләмәләрҙең иҡтисади йәһәттән үҫешен арттырасаҡ, - тип белдерҙе Зөһрә Гордиенко. Сығанаҡ, фото: https://pravitelstvorb.ru/news/26687