Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

МУЙЫЛ СӘСКӘҺЕ

МУЙЫЛ СӘСКӘҺЕ Һинән бүләк муйыл сәскәһенең Хуш еҫтәрен эсеп иҫерҙем, Миңә булған оло һөйөүөңдән Татлы кинәнестәр кисерҙем. Йәшлектәге иң саф хистәрҙе беҙ Кер төшөрмәй һаҡлап киләбеҙ, Ике аҡҡош кеүек шул һөйөүҙөң Сихри тулҡынында йөҙәбеҙ. Булһын сәскә бүләк итер яҙҙар, Уңыш бирер алтын көҙҙәре, Икебеҙҙең һөйөү донъяһында Йәнәш барһын парлы эҙҙәре. Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә

МУЙЫЛ СӘСКӘҺЕ

Һинән бүләк муйыл сәскәһенең

Хуш еҫтәрен эсеп иҫерҙем,

Миңә булған оло һөйөүөңдән

Татлы кинәнестәр кисерҙем.

Йәшлектәге иң саф хистәрҙе беҙ

Кер төшөрмәй һаҡлап киләбеҙ,

Ике аҡҡош кеүек шул һөйөүҙөң

Сихри тулҡынында йөҙәбеҙ.

Булһын сәскә бүләк итер яҙҙар,

Уңыш бирер алтын көҙҙәре,

Икебеҙҙең һөйөү донъяһында

Йәнәш барһын парлы эҙҙәре.

Фәүзиә Ҡотлогилдина –Алтынбикә