Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәйзулла Мөхәмәт Улы Әблүзин менән осрашты. – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ғәйзулла Мөхәмәт улы Әблүзиндың минең ни өсөн былтырҙан бирле уның янына килмәүемде һорауы тураһында хәбәр иттеләр. Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының Темәс ауылына ветеранға барҙым. Ултырҙыҡ, һөйләштек, ул һәр ваҡыттағы кеүек дәртле, шаяртып, эш, ғаилә тураһында һорашты. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов менән берлектә Башҡортостандың Ғаилә һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡатнашлығында мәсьәләне хәл иттек, – тине Зариф Закир улы. Ғәйзулла Мөхәмәт улы 1926 йылдың 5 ғинуарында Баймаҡ районының Байыш ауылында тыуған. Ете йәшендә атаһын юғалта. Дүртенсе кластан һуң “Урғаҙа” колхозында эшләй башлай. 1943 йылда 17 йәшлек үҫмер фронтҡа китә. Украинаны, Польшаны фашистарҙан азат итеүҙә ҡатнаша. Беренселәрҙән булып Одер йылғаһын кисеп сыға, бының өсөн “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнә. Ике т