2024 йылда “Интернетҡа сығыу мөмкинлеге“ проекты сиктәрендә инвестиция һалымдары Башҡортостандың 24 ауылын интернетҡа тоташтырасаҡ. Был хаҡта республика дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығы хәбәр итә. Элемтәне үҫтереү “Мәғлүмәт иҡтисады“ милли проекты маҡсаттарына тап килә. – Был сара элемтә операторҙарына ауылдарҙа селтәрҙәрҙе модернизациялау сығымдарын бер мең кешегә тиклем һәм шулай уҡ мөһим автомобиль магистралдәрендә лә кәметергә мөмкинлек бирә. Йәғни, бизнес инфраструктура төҙөүгә сығымдарҙың бер өлөшөн табышҡа һалым буйынса түләүҙәрҙе кәметеү иҫәбенә ҡаплай ала, – тип билдәләне Башҡортостан республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. Һалым льготаһы сиктәрендә тағы бер ҙур инфраструктура проекты республиканың мөһим трассаһында – “Өфө – Инйәр – Белорет“ автомобиль юлында тотороҡло элемтә һәм мобиль интернет булдырасаҡ. 2025 йылдың аҙағына тиклем операторҙар 11 яңы база станцияһы төҙөргә һәм 76 саҡрым оҙонлоҡтағы магистралдең бөтә участкаһында эл