Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың янғын һүндереүселәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. “Хөрмәтле иптәштәр! Һөнәри байрамығыҙ – Янғын һүндереүселәр көнө менән ысын йөрәктән ҡотлайым! Һеҙ һәр саҡ әҙерлек посында, һаналған минуттар эсендә бәләгә ҡалған кешеләргә ярҙамға килеп етәһегеҙ. Экстремаль шарттарҙа һәм үҙ ғүмерегеҙҙе хәүеф аҫтына ҡуйып, юғары һөнәри оҫталыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм фиҙакәрлек күрһәтәһегеҙ! Башҡортостан халҡы ныҡлы ышана ала: уларҙың хәүефһеҙлеге ысын яҡлаусылар ҡулында, улар тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә ярҙамға килергә әҙер. Янғын һүндереүселәрҙең белдекле булыуы һөҙөмтәһендә былтыр республикала туғыҙ меңдән ашыу янғын һүндерелде, меңдән ашыу кеше ҡотҡарылды. Был мәғлүмәт – һеҙҙең батырлыҡ һәм һөнәргә тоғролоҡтоң сағыу миҫалы. Киләсәктә лә беҙҙең янғын һүндереүселәрҙең иң ҡатмарлы шарттарҙа ла республика халҡы өсөн сығыш яһаясаҡтарына ышанам. Ихлас күңелдән һеҙгә мөһим һәм яуаплы эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Ныҡлы һаулыҡ һеҙгә, ғаиләгеҙгә именлек һәм, һеҙ бер-берегеҙгә әйткәнсә, “Һыу һиптергестәр ҡоро торһон!”. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров”. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.