Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Һаҡ булығыҙ, янғындар...

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығында яҙғы-йәйге осорҙа янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Башта янғын темаһын әүҙем яҡтыртыусы бер төркөм журналисты ҡотланылар. 2025 йылдың дүрт айында республикабыҙҙа 2 079 янғын сыҡҡан, унда 91 кешенең, шул иҫәптән, 7 баланың ғүмере өҙөлгән, 58 кеше йәрәхәт алған. Бурҙан ҡала, ут-һыуҙан ҡалмай, тиҙәр. Ысынлап та, көтмәгәндә сыҡҡан янғын – иң хәүефлеһе. Мәҫәлән, ҡыҫҡа ғына арауыҡта ҙур йорттан көл-күмер ҡалауы ихтимал. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов әйтеүенсә, ғәҙәттә, Май байрамдары алдынан матбуғат конференцияһы үткәрелә. Эш бер көнгә лә туҡталмай, һыу баҫыу тамамланыуға янғындар башланған. Һәр ваҡыт иң насар хәл-торошҡа әҙерләнәбеҙ. – Йыл да мониторинг алып барабыҙ, – тине Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. – Ул дүрт кимәлдә билдәләнә, йыһандан күҙәтеү, авиацияның патруллек итеүе, видеокамераның төшөрөүе һәм йәйәү йөрөп ҡ

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығында яҙғы-йәйге осорҙа янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Башта янғын темаһын әүҙем яҡтыртыусы бер төркөм журналисты ҡотланылар. 2025 йылдың дүрт айында республикабыҙҙа 2 079 янғын сыҡҡан, унда 91 кешенең, шул иҫәптән, 7 баланың ғүмере өҙөлгән, 58 кеше йәрәхәт алған. Бурҙан ҡала, ут-һыуҙан ҡалмай, тиҙәр. Ысынлап та, көтмәгәндә сыҡҡан янғын – иң хәүефлеһе. Мәҫәлән, ҡыҫҡа ғына арауыҡта ҙур йорттан көл-күмер ҡалауы ихтимал. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов әйтеүенсә, ғәҙәттә, Май байрамдары алдынан матбуғат конференцияһы үткәрелә. Эш бер көнгә лә туҡталмай, һыу баҫыу тамамланыуға янғындар башланған. Һәр ваҡыт иң насар хәл-торошҡа әҙерләнәбеҙ. – Йыл да мониторинг алып барабыҙ, – тине Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов. – Ул дүрт кимәлдә билдәләнә, йыһандан күҙәтеү, авиацияның патруллек итеүе, видеокамераның төшөрөүе һәм йәйәү йөрөп ҡарап йөрөү - шуға асыҡ миҫал. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов билдәләүенсә, республикабыҙҙа сетерекле һауа торошо күҙәтелә – төньяҡ-көнсығышта ҡар яуһа, Урал аръяғында янғындар ҡотора. Янғынды һүндереү өсөн ирекмәндәр уҡытыла, техника әҙерлек һыҙығына ҡуйылған. Фото: Илдар Аҡъюлов.