Өфөнөң вуз-ара кампусы командаһы Пермь ҡалаһында үткән “Йәштәр кампуста. Кеше потенциалын тормошҡа ашырыу” стратегик сессияһында ҡатнашты. Стартсессия 23 төбәктән студенттар командаларын йыйҙы. Был төбәктәрҙә “Йәштәр һәм балалар” милли проекты буйынса 25 заманса кампус булдырыла. Башҡортостан делегацияһы составына Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары һәм Вуз-ара студенттар кампусы хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән кампус директоры Сергей Гладких һәм инновация мөхите үҫеше бүлеге начальнигы Елизавета Егорова инә. Стратегик сессия ҡатнашыусыларын Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко тәбрикләне. Ул студент йәштәрен кампустарҙы тулыландырыу буйынса идеялары менән уртаҡлашырға саҡырҙы. -Ил Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә донъя кимәлендәге кампустар селтәре булдырыла: дөйөм майҙаны 3 миллион квадрат метрҙан ашыу булған 25 проект “Йәштәр һәм балалар” милли проектына ярашы тормошҡа ашырыла. Барлығы 2036 йылға ил буйынса 40 кампус булдырыа. Шуныһы мөһи