Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Исмәғил Хәйруллин: “Физик әҙерлек бик мөһим”

Ишембай районының Ҡолғона ауылы мәктәбен тамамлағандан һуң ул Нуриман районында Павловкала урман хужалығы училищеһында белем ала. Армияла 1979-1981 йылдарҙа Калининград өлкәһендә разведротала старшина дәрәжәһендә хеҙмәт итеп ҡайта, урман хужалығы техникумын тамамлай. Ул эшләгән йылдарҙа ултыртылған ағастар ҡуйы урманға әйләнгән. Үҙ ҡулдары менән сәскән ҡарағайлыҡ Ҡолғона ауылы осонда күркәм паркҡа әйләнеп, ҡатнаш урман араһында әле лә айырылып, күҙгә ташланып тора. Һәр әҙәм балаһын ғүмер юлында юғалтыуҙар сабырлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа һынай, ә табыштар, ғүмер тәжрибәһе булғанды ҡәҙерләргә өйрәтә. Бергә уҡыған Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы һылыуы менән ғаилә ҡора Хәйруллиндар, балалар үҫтерәләр. 32 йыл Күмертауҙа ер аҫты газ һаҡлау станцияһында, Себерҙә эшләп, 55 йәштә хаҡлы ялға сыға. 16 йыл элек фажиғәле рәүештә үҫмер улының үлеп ҡалыуы, артынса ҡатынының баҡыйлыҡа күсеүе ир йөрәгендә ҡан һауҙырған яра булып һаҡлана. Бәхетенә күрә, тормош һынауҙарын бергә үтергә аҡыллы, көслө рухлы Фаягөл

Ишембай районының Ҡолғона ауылы мәктәбен тамамлағандан һуң ул Нуриман районында Павловкала урман хужалығы училищеһында белем ала. Армияла 1979-1981 йылдарҙа Калининград өлкәһендә разведротала старшина дәрәжәһендә хеҙмәт итеп ҡайта, урман хужалығы техникумын тамамлай. Ул эшләгән йылдарҙа ултыртылған ағастар ҡуйы урманға әйләнгән. Үҙ ҡулдары менән сәскән ҡарағайлыҡ Ҡолғона ауылы осонда күркәм паркҡа әйләнеп, ҡатнаш урман араһында әле лә айырылып, күҙгә ташланып тора. Һәр әҙәм балаһын ғүмер юлында юғалтыуҙар сабырлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа һынай, ә табыштар, ғүмер тәжрибәһе булғанды ҡәҙерләргә өйрәтә. Бергә уҡыған Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылы һылыуы менән ғаилә ҡора Хәйруллиндар, балалар үҫтерәләр. 32 йыл Күмертауҙа ер аҫты газ һаҡлау станцияһында, Себерҙә эшләп, 55 йәштә хаҡлы ялға сыға. 16 йыл элек фажиғәле рәүештә үҫмер улының үлеп ҡалыуы, артынса ҡатынының баҡыйлыҡа күсеүе ир йөрәгендә ҡан һауҙырған яра булып һаҡлана. Бәхетенә күрә, тормош һынауҙарын бергә үтергә аҡыллы, көслө рухлы Фаягөл ханым тап була. Әйткәндәй, яҙыусы Ноғман Мусин уларға күп тапҡыр ҡунаҡҡа килгән, уңған эшҡыуар килененең, ҡустыһының бәхетенә ҡыуанып ҡайтҡан. “Махсус хәрби операцияға үҙем теләп, барырға булдым. Яуҙа ҡурҡырға, паникаға бирелергә кәрәкмәй. Ҡурҡҡан ат саба алмай бит. Ҡурҡаҡтарҙы үлем көтә”, - ти Исмәғил ағай, ундағы хәлдәрҙе һөйләп. Ҡолағы һиҙгер, күҙе үткер, аяғы етеҙ һунарсы яугирҙе юл күрһәтеүсе, дрондарға һунарсы итеп ҡуялар. Яугирҙәр уны хөрмәтләп “отец, дед” тип йөрөтә. “Ризыҡтың иң тәмлеһе һыу икәненә инандым. Бер көрөшкә һыуҙы тәүлегенә өсөбөҙгә еткерә торғайныҡ. Алғы һыҙыҡтағы блиндажға марттың 27-һендә ингәйнек, май башында ғына сыҡтыҡ”, - ти ул яҡта ҡайындар үҫмәгәнлеген, имән ҡайырын һыҙырып, һыуын эсергә өйрәтеп, йәштәрҙең ғүмерен һаҡлаған һунарсы яугир. Урманда үҙен һыуҙағы балыҡ һымаҡ тойған Исмәғил ағай егерме ике һалдатты ла ҡамауҙан алып сыҡҡан. Дошмандың төрлө мәкерле аҙымға барып, әшәке ҡыланғанын, һәләк булғандарҙы сығарырға бирмәгәндәрен, пластмасс “ҡош”тан тротил менән болт, гайка, энә кеүек теләһә нәмә ырғытҡандарын тыңлап, күңел өшөй. Яу яланында һәләк булған ун өс һалдаттың кәүҙәһен алып сыҡҡан яҡташым: уның ҡаһарманлығының мөһимлеген һәр кем аңлай. Ике тапҡыр контузия алған, яраланған яугир әле реабилитация үтә. Каспий флотилияһы гвардия полкының диңгеҙ пехотаһы яугире яуҙаштарын һағына, улар менән бәйләнеште әле лә өҙмәй.