▶️ "Хәйерле иртә, Республика!" тапшырыуы һәр эш көнө, Өфө ваҡыты менән иртәнге 9 сәғәт 30 минутта эфирға сыға. Бөгөнгө тапшырыуҙың темаһын беҙ — "Бер һалдат тарихы" тип алдыҡ. Баҡалы районы Ҡуштирәк ауылы егете, өлкән лейтенант Ғәбделбар Мөхәмәҙиеав хаҡында. Бөйөк Ватан һуғышында Венгрия еренә тиклем барып етә ул. Батырлыҡтары өсөн бихисап наградалар менән бүләкләнә. 3-сө Украина фронтында Румыния һәм Венгрияны азат итеүҙә ҡатнаша һәм Будапешт ҡалаһын алған мәлдә батырҙарса һәләк була. Әммә уның ерләнгән урынын туғандары 75 йылдан һуң барып таба. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта һалдаттың туғаны Башҡортостандың халыҡ артисы, "Нур" татар драма театры актрисаһы Гөлназ Мөхәмәҙиева һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М.Ғафури исемендәге башҡорт дәүләт драма театры актеры Милена Сираева. -------------------------- Поделитесь Вашим мнением о событиях, происходящих в Уфе и Башкирии! Присоединяйтесь к нашему каналу Башкортостан 24 в Дзене! Мы предлагаем Вам актуальные новостные сюжеты, а также свежие вы
Хәйерле иртә, Республика! - 30.04.2025 Бер һалдаттың тарихы
30 апреля 202530 апр 2025
~1 мин