БДМУ һәм Ханчжоу педагогия университеты (Ҡытай) ғалимдарының дисциплина-ара командаһы йөрәк туҡымаһының некроз зонаһын кәметеүсе молекула уйлап тапҡан. Асыш миокард инфаркты кисергән пациенттар өсөн фараздарҙы күпкә яҡшыртып ҡына ҡалмай, ә өҙлөгөүҙәр хәүефен дә кәметә ала. Был молекула нигеҙендә эшләнгән яңы дарыу ярҙамында табиптар йөрәк туҡымаларының йәшәү һәләтен һаҡлап ҡала һәм уның функцияларын тергеҙә ала. Молекула Ҡытайҙың Дәүләт Тәбиғәт фәндәре фонды (NSFC) һәм Рәсәй Фәнни Фонды ярҙамында медицина университеты ғалимдары тарафынан тормошҡа ашырылған халыҡ-ара грант сиктәрендә Рәсәй Һаулыҡ Һаҡлау Министрлығының вуз-ара студенттар кампусында бәләкәй таргет молекулалары лабораторияһы базаһында эшләнгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә заманса кампустар селтәре булдырыла. «Фән һәм университеттар» милли проекты ярҙамында 17 шундай студенттар ҡаласығын проектлау һәм төҙөү башланды. 2030 йылға кампустар һаны – 25-кә, ә 2036 йылға 40-ҡа етәсәк. 202