Йыйылыштарҙы үткәреү тәртибенә үҙгәрештәр индерелде, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан. 1 марттан башлап йыйылыштарҙы ситтән тороп торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүәт системаһында (ЖКХ ГИС) ғына үткәрергә мөмкин. Башҡа системаларҙа тауыш биреү легитим түгел. Йыйылыш тураһында хәбәр теләһә ниндәй формала мотлаҡ системала урынлаштырылырға тейеш. Бынан һуң милексегә дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетына өс белдереү киләсәк: тауыш биреү башланыуға 10 көн ҡалғас – уның яҡынлашыуы, тауыш биреүҙең башланыуы һәм уның һөҙөмтәләре тураһында. "Уңайлы, асыҡ, легитим тауыш биреү – күп фатирлы йорттарға һөҙөмтәле идара итеү инфраструктураһының мөһим элементтарының береһе, уны “Тормош өсөн инфраструктура”милли проектын (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн булдырырға тырышабыҙ. Тауыш биреүгә башланғыс ЖКХ ГИС системаһында бирелә, ә тауышты система аша ла, “Дәүләт хеҙмәте йорт” ҡушымтаһында ла бирергә мөмкин