Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Башҡортостан менән мөнәсәбәтебеҙ бик шәп”

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә Морис Равель, Клод Дебюсси, Николай Римский-Корсаков, Игорь Стравинский, Петр Чайковский, Макс Брух һәм Вольфганг Амадей Моцарттың әҫәрҙәре яңғыраны. – Башҡортостанда йәшәүселәр исеменән ошо тылсымлы музыка кисәһе өсөн рәхмәт белдерәм. Мәскәү Пасха фестивале Өфө өсөн иң сағыу мәҙәни ваҡиғаларҙың береһе булды, – тине Радий Хәбиров. Төбәк Башлығы шулай уҡ Башопера коллективының Ҙур театр менән үҙ-ара эш итеүенең мөһимлеген билдәләне: – Мәскәүҙә Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһендә балет менән сығыш яһаған труппабыҙға ярҙам күрһәткәндәре өсөн айырыуса рәхмәтлебеҙ. Республика етәксеһе Мариин театры музыканттарына дәүләт наградаларын тапшырҙы. “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә виолончелист Олег Сендецкий һәм альтист Юрий Афонькин лайыҡ булды. Мариин театрының генераль директоры һәм художество етәксеһе, Ҙур театрҙың генераль директоры Валерий Гергиев артабан да күләмле берлектәге проекттар өҫтөндә эшләүгә ышанысын бе

Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры сәхнәһендә Морис Равель, Клод Дебюсси, Николай Римский-Корсаков, Игорь Стравинский, Петр Чайковский, Макс Брух һәм Вольфганг Амадей Моцарттың әҫәрҙәре яңғыраны. – Башҡортостанда йәшәүселәр исеменән ошо тылсымлы музыка кисәһе өсөн рәхмәт белдерәм. Мәскәү Пасха фестивале Өфө өсөн иң сағыу мәҙәни ваҡиғаларҙың береһе булды, – тине Радий Хәбиров. Төбәк Башлығы шулай уҡ Башопера коллективының Ҙур театр менән үҙ-ара эш итеүенең мөһимлеген билдәләне: – Мәскәүҙә Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһендә балет менән сығыш яһаған труппабыҙға ярҙам күрһәткәндәре өсөн айырыуса рәхмәтлебеҙ. Республика етәксеһе Мариин театры музыканттарына дәүләт наградаларын тапшырҙы. “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” тигән маҡтаулы исемгә виолончелист Олег Сендецкий һәм альтист Юрий Афонькин лайыҡ булды. Мариин театрының генераль директоры һәм художество етәксеһе, Ҙур театрҙың генераль директоры Валерий Гергиев артабан да күләмле берлектәге проекттар өҫтөндә эшләүгә ышанысын белдерҙе. – Беҙҙең Башҡортостан менән шәп мөнәсәбәттәр булдырылған. Улар бында, республиканың ҡунаҡсыл баш ҡалаһында ғына түгел, ә Мәскәүҙә, Петербургта ла үҫешәсәк. Киләсәктә беҙҙе Рәсәйҙең күп кенә төбәктәренең көсөн берләштергән тағы ла ҡыйыуыраҡ проекттар көтә, – тип билдәләне Валерий Гергиев. – Беҙ ныҡлы мәҙәни бәйләнештәр төҙөйбөҙ, һәм мин Башҡортостан Башлығына ошо уртаҡ эш өсөн айырыуса рәхмәтлемен. Бындай партнерлыҡ мөнәсәбәттәре реаль һөҙөмтә бирә. Киләсәктә динамик үҫеш, яңы спектаклдәр һәм сағыу премьералар көтөүенә ышанам, – тине ул. Фото: glavarb.ru