Уҙған төндә Башҡортостанда һауа температураһының -4 градусҡаса түбән булыуы күҙәтелде. Беренсе майға һауа торошо нисек үҙгәрәсәк? Синоптиктар яуап бирҙе. Башгидрометтан аңлатыуҙарынса, һыуыҡтар ҡыҫҡа ваҡытлы була. - Алдағы төндә Башҡортостанда 0,+5 градусҡаса температура көтөлә. Урыны менән ҡырау төшөүе ихтимал, — тип аңлатты Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығының метеопрогноздар бүлеге начальнигы Гөлназ Заһитова. — Улар башлыса республиканың түбән урындарына һәм таулы райондарына хас буласаҡ. Шулай итеп, арктик һыуыҡ яйлап Башҡортостанды ташлап китә. Метеоролог билдәләүенсә, майҙың тәүге көндәрендә көслө һыуыҡтар булмаясаҡ. 30 апрелдә һәм 1, 2 майҙа һауа торошо үҙенең стандарт күрһәткестәренә яҡынлаша. – Алдағы көндәрҙә көндөҙ +9,+15 градус һәм төндә +1,+6 градус һауа температураһы өҫтөнлөк итәсәк. Бындай температура норманан бер аҙ түбәнерәк (яҡынса 1 градусҡа). Был һалҡынса яҙ. Шулай итеп, температура яйлап күтәреләсәк, - тип аңлатты Гөлназ Заһи