26 апрелдә Белорет районының Ҡаһарман ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Алмас Ғилман улы Ғизәтуллинға мемориаль таҡтаташ һәм "Герой партаһы" асыу тантанаһы үтте. Сарала Белорет районы хакимиәте башлығы Азат Хәкимов, Белорет мәғариф идаралығы муниципиаль учреждениеһы етәксеһе Эдуард Камалов, Үҙән ауылы хакимиәте башлығы Алексей Севастьянов, “Башҡортостан” гәзитенең бүлек мөдире, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Рәмилә Мусина, Үҙән ауыл советы депутаты Суфиян Ишмөхәматов, Ҡаһарман ауылы старостаһы Сабир Ғиниәтуллин, хеҙмәттәштәре, уҡыусылар, туғандары, класташтары, дуҫтары, ауылдаштары ҡатнашты. Сара мәктәп ихатаһындағы "Батырҙар аллеяһы"на шыршы ағастары ултыртыуҙан башланды. Артабан ошо мәктәпте тамамлаған, шунда эшләп, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткән Алмас Ғилман улына таҡтаташты асыу тантанаһы үтте. Таҡтаташты яугирҙең әсәһе Фәниә Кәлимулла ҡыҙы һәм ағаһы Саръян Ғилман улы асты. “Герой партаһы"н асыу хоҡуғы апайҙарына, класташ