29 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың янғын һүндереү частарына һәм ирекле командаларына 13 берәмек янғын һүндереү-ҡотҡарыу һәм тағылма техникаһын тапшырҙы. – Янғын һағы көнө алдынан бөтә кимәлдәге янғын һүндереү хеҙмәттәренә яңы махсус техника тапшырыу матур йолаға әүерелде. Беҙҙең бурыс – уларҙың матди-техник базаһын нығытыу. Был эште дауам итәсәкбеҙ, янғынға ҡаршы хеҙмәттең мөһим күрһәткесе – кешеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу. Ошо бурысты уңышлы үтәйһегеҙ. Һөнәри байрамдары алдынан хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Республика һеҙҙең менән ғорурлана, ә халыҡ һеҙҙең эшегеҙҙе юғары баһалай һәм һеҙгә тәрән ихтирам менән ҡарай. Ысын күңелдән уңыштар һәм, әлбиттә, “ҡоро еңдәр” теләйем!– тине Радий Хәбиров. Янғын һүндереү-ҡотҡарыу автомобилдәре һәм тағылма техника Башҡортостандың янғынға ҡаршы хеҙмәте һәм республиканың янғын депоһы парктарын тулыландырҙы. Улар Стәрлетамаҡҡа, Әбйәлил, Архангел, Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Иглин, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Өфө һәм Хәйбулл