Найти в Дзене

Пенсионер ҡатын яугиргә мотоциклын оҙатты

Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк республика халҡы яугирҙәргә ярҙам оҙата башланы. Әле лә был хәрәкәт туҡтамай – ылауҙар яу яланындағы яҡташтарыбыҙға, һалдаттарға юллана. Ярҙамдың ниндәй төрө генә юҡ – тыныс тормошта нимә кәрәк булһа, алғы һыҙыҡта ла шул әйберҙәр кәрәк инде, хатта күберәк талап ителә. Тылдағылар ҙа ошо хаҡта онотмай һәм хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Баҡалы районы хакимиәт башлығы Олег Ефимов ошо хаҡта бер ваҡиға тураһында һөйләне. – Мототехниканың махсус хәрби операция баҫыуҙарында әүҙемерәк ҡулланылыуы бер кемгә лә сер түгел, шуға күрә лә яугирҙәр беҙгә мотоцикл ебәреү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Сираттағы гумконвой менән махсус хәрби операцияға “Урал” мотоциклы ебәрелде. Уны Ахман ауылынан Галина Юлиевна Иванова тапшырҙы. Ул ауылдашы “Каленвал” позывнойлы яугир өсөн тәғәйенләнгән. “Каленвал” кадрҙағы хәрби, матди тәьминәт батальонында штаб начальнигы. “Урал” мотоциклы үҙенең ышаныслы һәм юғары үтеү мөмкинлеге менән билдәле, ҡатмарлы шарттарҙа э

Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк республика халҡы яугирҙәргә ярҙам оҙата башланы. Әле лә был хәрәкәт туҡтамай – ылауҙар яу яланындағы яҡташтарыбыҙға, һалдаттарға юллана. Ярҙамдың ниндәй төрө генә юҡ – тыныс тормошта нимә кәрәк булһа, алғы һыҙыҡта ла шул әйберҙәр кәрәк инде, хатта күберәк талап ителә. Тылдағылар ҙа ошо хаҡта онотмай һәм хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Баҡалы районы хакимиәт башлығы Олег Ефимов ошо хаҡта бер ваҡиға тураһында һөйләне. – Мототехниканың махсус хәрби операция баҫыуҙарында әүҙемерәк ҡулланылыуы бер кемгә лә сер түгел, шуға күрә лә яугирҙәр беҙгә мотоцикл ебәреү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Сираттағы гумконвой менән махсус хәрби операцияға “Урал” мотоциклы ебәрелде. Уны Ахман ауылынан Галина Юлиевна Иванова тапшырҙы. Ул ауылдашы “Каленвал” позывнойлы яугир өсөн тәғәйенләнгән. “Каленвал” кадрҙағы хәрби, матди тәьминәт батальонында штаб начальнигы. “Урал” мотоциклы үҙенең ышаныслы һәм юғары үтеү мөмкинлеге менән билдәле, ҡатмарлы шарттарҙа эшләү өсөн уңайлы транспорт. Ахмандың “Урал”ын алда фронт көтә. Юлдар хәүефһеҙ булһын һәм күптән көтөлгән еңеүгә килтерһен! – тип белдерҙе Олег Ефимов. Ошондай оло йөрәкле халҡыбыҙ барҙа еңелмәҫбеҙ. Фото: Олег Ефимовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.