Башҡортостанда фән өлкәһе идарасылары өсөн “MBA Science” халыҡ-ара стандарт программаһының икенсе этабы башланды. Ул республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса тормошҡа ашырыла. Һайлап алыуҙа юғары уҡыу йорттарының – Вуз-ара кампус резиденттарының, урындағы ғилми ойошма һәм предприятиеларҙың 150-нән ашыу вәкиле ҡатнашты. 26-һы тест күнекмәләрен уңышлы үтеп, уҡый башланы. Улар тикшеренеү проекттары аша идара итеү алымдарын, фәнни эшмәкәрлек иҡтисадын, заказсылар менән бәйләнеш үҙенсәлектәрен үҙләштерә. – Заман ғалимы, белемле булыу өҫтөнә, менеджмент алымдарын өйрәнергә тейеш, сөнки бөгөн төп бурыстарҙың береһе – фәнни идеяны коммерциялаштырыу, – ти Башҡортостан ғилми-белем биреү үҙәге идара итеү компанияһының белем биреү программалары етәксеһе Альбина Беляева. “MBA Science-2025” программаһы туғыҙ ай дауам иткән алты тематик модулде үҙ эсенә ала. Уҡыуҙар үткәс, уның йомғаҡтарына ярашлы, сығарылыш белгестәренә проекттарын яҡлау һәм халыҡ-ара стажировка үтеү мөмкинлеге биреү пла