Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан тауары Африка тарафтарына юлланды

Башҡортостандың Көйөргәҙе районынан май экстракцияһы предприятиеһы Мароккоға 5586 тонна гранулланған көнбағыш ҡалдығын – ауыл хужалығы малдары һәм ҡоштар өсөн ҡиммәтле юғары протеинлы мал аҙығы өҫтәмәһен оҙатты. Был хаҡта Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Башҡортостан тауарын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (нацональный проект “Международная кооперация и экспорт”) бурыстарының береһе булып тора. Импортлаусы ил талаптарына ярашлы һайлап алынған көнбағыш шроты өлгөләре Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында үтте - энтомологик һәм гербологик экспертизалар, шулай уҡ ҡалдыҡ күләмдә пестицидтар, хлорорганик берләшмәләр, ағыулы элементтар, микотоксиндар, радионуклидтар, нитраттар, нитриттар миҡдары буйынса тикшеренеүҙәр, органолептик күрһәткестәр, осоусан матдәләрҙең дымлылығы масса өлөшө. – Хәүефле карантинлы организмдар һәм матдәләр буйынса тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буй

Башҡортостандың Көйөргәҙе районынан май экстракцияһы предприятиеһы Мароккоға 5586 тонна гранулланған көнбағыш ҡалдығын – ауыл хужалығы малдары һәм ҡоштар өсөн ҡиммәтле юғары протеинлы мал аҙығы өҫтәмәһен оҙатты. Был хаҡта Россельхознадзорҙың төбәк буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Башҡортостан тауарын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының (нацональный проект “Международная кооперация и экспорт”) бурыстарының береһе булып тора. Импортлаусы ил талаптарына ярашлы һайлап алынған көнбағыш шроты өлгөләре Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында үтте - энтомологик һәм гербологик экспертизалар, шулай уҡ ҡалдыҡ күләмдә пестицидтар, хлорорганик берләшмәләр, ағыулы элементтар, микотоксиндар, радионуклидтар, нитраттар, нитриттар миҡдары буйынса тикшеренеүҙәр, органолептик күрһәткестәр, осоусан матдәләрҙең дымлылығы масса өлөшө. – Хәүефле карантинлы организмдар һәм матдәләр буйынса тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса асыҡланмаған. Башҡортостандан көнбағыш ҡалдығы Марокко талаптарына тап килә. Гранулланған көнбағыш шроты менән тимер юл составы артабан Африка континентына һыу транспорты менән ташыу өсөн диңгеҙ портына юллана, - тип билдәләнеләр "Россельхознадзор" ҙа. Фото: agriculture.bashkortostan.ru.