Башҡортостанда "Еңеү фотоһүрәте" тигән акция башланды
Уға Премьер-министр Андрей Назаров старт бирҙе. Акцияла ҡатнашыу өсөн ғаилә архивынан фотоһүрәт һайларға, герой тураһында мәғлүмәттәр яҙып социаль селтәрҙә урынлаштырырға кәрәк. - 9 май, Еңеү көнөндә, Башҡортостанда геройҙар тураһында тере хәтер һаҡланыуын күрәсәкбеҙ, - тине Андрей Назаров.