1 май көнө Баймаҡ ҡалаһынан ете келосипедсы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап Өфөгә велоуҙышҡа сығасаҡ. Был юлы ете велосипедсы ҡатнаша. Марафонда ҡатнашыусылар 2015 йылғы маршрут буйынса Баймаҡ, Бөрйән, Ишембай, Ғафури, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы һәм Өфө райондары аша үтәсәк. Һәм 8 майҙа Өфөлә Дуҫлыҡ монументы янында үҙҙәренең сәфәрен тамамлаясаҡ. Әйткәндәй, баймаҡтарҙың Бөйөк Еңеүгә арналған бындай марафондар тәүге тапҡыр үткәрелмәй. Беренсе тапҡыр баймаҡтар 1975 йылда, Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына саңғыла Өфөгә юллана. Унда туғыҙ саңғысы баш ҡалаға 13 көн дауамында бара һәм шуның менән Бөйөк Еңеүгә үҙ хөрмәттәрен күрһәтеүгә өлгәшә. Икенсе уҙыш 2015 йылда Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлана. Афарин, баймаҡтар! Фото: "Баймакский вестник"