Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Биохимия һәм генетика институтының малсылыҡта геном һәм постгеном технологиялары лабораторияһы хеҙмәткәрҙәре студенттарҙың үҙидара форумында ҡатнашты. Бындай сараларҙы үткәреү «Йәштәр һәм балалар» милли проекты (национальный проект «Молодежь и дети») бурыстарына яуап бирә, тип хәбәр иттеләр институтта. Ғалимдар форумда ҡатнашыусыларға 4 апрелдә үҙ эшен башлаған яңы интеллектуаль Геном үҙәгенең эсендә нимәләр булыуын күрһәтте. Үҙәк етәксеһе, биология фәндәре докторы Александра Карунас геном тикшеренеүҙәре өлкәһендә тормошҡа ашырылған төп проекттар тураһында һөйләне. Шулай уҡ ҡатнашыусылар биоинформатика һәм яһалма интеллект ысулдарының ҙур күләмдәге мәғлүмәтте эшкәртеүҙе еңеләйтә алыуын белде. Власть органдары һәм уҡыусы йәштәр араһында диалог төҙөүгә йүнәлтелгән форумда бөтәһе 250 кеше — студсовет етәкселәре, юғары уҡыу йорттарының беренсел профсоюз ойошмалары ағзалары, шулай уҡ академик төркөмдәр старосталары ҡатнашты. Сессиялар
Өфө ғалимдары йәштәр лидерҙары форумында сығыш яһаны
29 апреля 202529 апр 2025
1 мин