2025 йылда Башҡортостан биләмәһендә “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проекты ярҙамында Яңауыл – Үрге Тәтешле трассаһының 19 саҡрымы ремонтланасаҡ, тип хәбәр иттеләр республиканың транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан. Эштәр Яңауыл районының Сытырман һәм Юғамаш ауылдары эргәһендәге ике участкаға ҡағыласаҡ. Подряд ойошмаһы юлдың иҫке япмаһын алып ташлай башлаған да инде. Бынан һуң унда асфальт-бетон япма яңыртыла, юл ситтәрен нығыталар һәм билдәләр ҡуялар. Ремонтты йыл аҙағына тиклем тамамларға планлаштыралар. "Яңауыл – Үрге Тәтешле юлы Башҡортостандың терәк селтәренә инә. Ул күп кенә тораҡ пункттарҙа йәшәүселәргә транспорт бәйләнешен тәьмин итә. Шуға күрә был юлды норматив хәлгә килтереү мөһим", - тип билдәләне төбәктең юл хужалығы идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Ришат Рафиҡов. “Йәшәү өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихат
Яңауыл – Үрге Тәтешле автомобиль юлының ике участкаһы яңыртыла
29 апреля 202529 апр 2025
1 мин