Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Улар өсөн ярҙамыбыҙҙы һәм ышанысыбыҙҙы тойоу бик мөһим

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан республикабыҙҙың күп райондары махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға гуманитар ылау алып барҙы. Ярҙам алып барғандар иҫәбендә Саҡмағош районы ла бар. – Гуманитар йөктең сираттағы партияһы менән беҙҙең яугирҙәребеҙ янына барып ҡайттыҡ. Беренсе көндә Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә хеҙмәт иткән яҡташтар менән осраштыҡ. Артабан Донецк йүнәлешендә һәм Запорожьела мобилизацияланған яугирҙәребеҙ янында булдыҡ. Улар һораған бөтә нәмәне алып барҙыҡ. Гуманитар ярҙамды, туғандарының посылкаларын. Ватан һаҡсыларын Еңеү байрамы менән ҡотлап, Рәхмәт хаттары, еңеү символикаһы менән иҫтәлекле бүләктәр һәм балаларҙың хаттарын тараттыҡ. Шулай уҡ уларҙың үтенестәрен, һорауҙарын иғтибар үҙәгенә алдыҡ. Улар өсөн беҙҙең ярҙамыбыҙҙы һәм уларға ышанысыбыҙҙы тойоу бик мөһим. Яугирҙәр Саҡмағош халҡына төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар, ирекмәндәр йылы һәм ихлас йыйған посылкалары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. Ярҙамға үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Ватан һағы

Бөйөк Еңеү байрамы алдынан республикабыҙҙың күп райондары махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға гуманитар ылау алып барҙы. Ярҙам алып барғандар иҫәбендә Саҡмағош районы ла бар. – Гуманитар йөктең сираттағы партияһы менән беҙҙең яугирҙәребеҙ янына барып ҡайттыҡ. Беренсе көндә Луганск Халыҡ Республикаһы биләмәһендә хеҙмәт иткән яҡташтар менән осраштыҡ. Артабан Донецк йүнәлешендә һәм Запорожьела мобилизацияланған яугирҙәребеҙ янында булдыҡ. Улар һораған бөтә нәмәне алып барҙыҡ. Гуманитар ярҙамды, туғандарының посылкаларын. Ватан һаҡсыларын Еңеү байрамы менән ҡотлап, Рәхмәт хаттары, еңеү символикаһы менән иҫтәлекле бүләктәр һәм балаларҙың хаттарын тараттыҡ. Шулай уҡ уларҙың үтенестәрен, һорауҙарын иғтибар үҙәгенә алдыҡ. Улар өсөн беҙҙең ярҙамыбыҙҙы һәм уларға ышанысыбыҙҙы тойоу бик мөһим. Яугирҙәр Саҡмағош халҡына төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар, ирекмәндәр йылы һәм ихлас йыйған посылкалары өсөн ҙур рәхмәт белдерҙе. Ярҙамға үҙ өлөшөн индергәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Ватан һағында торған егеттәребеҙ өсөн ғорурланабыҙ. Иҫән-һау тыуған ерҙәренә ҡайтһындар тип теләйбеҙ, – тине Саҡмағош районы хакимиәте башлығы Реканс Йәмәлиев. Фото: Реканс Йәмәлиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.