Найти в Дзене

“Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы – барлыҡ быуындар өсөн изге көн”

9 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Төбәк етәксеһе республика халҡын байрам менән ҡотланы һәм Рәсәйҙең, Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. - Бөгөн илебеҙ тарихи датаны – совет халҡының фашистик Германияны еңеүенең 80 йыллығын билдәләй. Ысын күңелдән барыбыҙ өсөн мөһим байрам менән ҡотлайым. Фронттағыларҙың һәм тыл хеҙмәтсәндәренең ныҡлығы, ҡаһарманлығы, утлы йылдарҙың героизм миҫалдары һәр ваҡыт кешеләр күңелендә ҡаласаҡ. Ватан һаҡсыһы һәм юбилей Еңеү йылында совет халҡының яуҙағы һәм хеҙмәттәге ҡаһарманлығына, Башҡортостандың фашизмды ҡыйратыуҙағы лайыҡлы өлөшөнә тәрән хөрмәт күрһәтәбеҙ. Республикабыҙ яугирҙәре, Мәскәү һәм Ленинградты һаҡлап, һуңғы көндәренә тиклем торҙо. Сталинград эргәһендә, Курск дуғаһында, Днепрҙа дошманды ҡыйратты. Ҡырымды, Украинаны, Белоруссияны, Кавказды, Балтик буйын, Европаны азат итте, милитаристик Япония менән алыштылар. Республикабыҙҙан 200 меңдән ашыу кеше хәрби наградаға лайыҡ булған. Советтар Союзы Геройы исеме 278 яҡташыбыҙға бирелгән, ә осоусы-штурмлаусы Муса Гәрәев был исемгә ике тапҡыр лайыҡ булған. 47 яҡташыбыҙ Дан орденының тулы кавалеры булған. Йөрәгебеҙҙә Миңлеғәле Шайморатов, Таһир Күсимов, Даян Мурзин, Әхәт Әхмәтйәнов, Наталья Ковшова, Мәғүбә Сыртланова, Клавдия Абрамова, Николай Киселев һәм Ватаныбыҙҙың тағы йөҙәр меңләгән данлы ҡыҙының, улының исеме йәшәй. Халҡыбыҙға еңеү әллә күпме юғалтыу хаҡы менән бирелгән. Республикабыҙҙан 700 меңдән ашыу кеше фронтҡа киткән. Яртыһы тиерлек яу яланында ятып ҡалған, - тине сығышында Радий Хәбиров. – Бөгөн яуҙа ятып ҡалғандар, яраларҙан ғүмере өҙөлгәндәр, концлагерҙарҙа яфаланғандар алдында баш эйәбеҙ. Бөгөн махсус хәрби операцияла, ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтеп, аҙағына тиклем үҙ бурысын үтәгәндәр алдында баш эйәбеҙ. Тантаналы сарала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Иглин районынан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы Николай Лавренов, Благовар районынан 17 йәшендә Бөйөк Ватан һуғышына алынған, аҙаҡ тыуған районында эшләгән Николай Ключников бар ине. Әйткәндәй, һуғыш йылдарында республикабыҙҙан 36 кеше Социалистик Хеҙмәт Геройы тип танылған, 400 меңдән ашыу кеше “Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн” миҙалы менән наградланған. 1942 йыл башынан Башҡортостанға 280 мең кеше эвакуацияланған, 1943 йыл көҙөндә - блокадалы Ленинградтан тағы ла 32 меңдән ашыу кеше. Уларҙың күбеһе өсөн Башҡортостан икенсе йортҡа әүерелгән. - Бөгөн Рәсәй армияһы намыҫ менән махсус хәрби операцияла еңеү йолаларын дауам итә. “Салауат вариҫтары сигенә белмәй”, тип әйткән Миңлеғәле Шайморатов, яугирҙәрен атакаға күтәреп. Бөгөн был саҡырыу уларҙың ейәндәренә һәм бүләләренә яңғырай. Беҙ яҡташтарыбыҙ – мобилизацияланғандар, контрактсылар, исемле батальондар, “Башҡортостан” полкы, “Росгвардия”ның Салауат Юлаев исемендәге батальоны яугирҙәре менән ғорурланабыҙ. Башҡортостандан яугирҙәр яуҙа ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Өс меңдән ашыуы Ҡаһарманлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары, Суворов, Жуков, Шайморатов миҙалдары менән наградланған. 13 яугиргә Рәсәй Федерацияһы Геройы тигән юғары исем бирелгән. Һигеҙенә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлгәндән һуң. Уларҙың исемдәре йөрәгебеҙҙә мәңгелеккә һаҡланыр, - тине Радий Хәбиров. – Был залда – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Алғы һыҙыҡтағы һәр кемдең ҡаһарманлығы, ныҡлығы өсөн рәхмәт әйтке килә. Һеҙ йәнә Башҡортостандың геройҙар иле һәм Ватандың ныҡлы таянысы икәнлеген раҫлайһығыҙ. Башҡортостан Башлығы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығының һәр кем өсөн изге икәнлеге хаҡында белдерҙе. Ул Өфө төбәк гарнизонының һәм көс структураһы подразделениелары араһында Бөйөк Еңеү көнөнә арналған смотр-конкурста еңеүселәргә дипломдар тапшырҙы. Тантана байрам концерты менән тамамланды. Унда республиканың 970 артисы ҡатнашты. Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты.