Найти в Дзене

Яңыбай инәйен ярҙамдан өҙмәйҙәр

Ейәнсура районы етәкселеге махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләһен даими иғтибар үҙәгендә тота, ярҙамдан өҙмәй. Мәҫәлән, Яңыбай ауылында ғүмер йомғағын һүтеүсе Маһира Ҡужахмәтоваға ярҙам күрһәткәндәр. Ошо ауыл мәктәбенең VIII класс уҡыусылары класс етәксеһе М.Ф. Ҡансурина етәкселегендә инәй йәшәгән йортҡа килеп, уның ихатаһын тулыһынса тәртипкә килтерҙе, баҡсаһын сүп-сарҙан таҙартты. – Махсус хәрби операциялағы һалдаттарҙың ғаиләһенә ярҙам итеү – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе, – тип һөйләй Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. – Беҙҙең өсөн унан да мөһимерәк эштәр юҡ, ул киләсәктә лә дауам итәсәк. Дәмин Марат улы билдәләүенсә, мәктәп балаларының өлкәндәргә ярҙамынан тыш, бүтән йүнәлештә лә уй-маҡсаттар тормошҡа ашырыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренә, ғаиләләренә кәрәк-яраҡ килтереү, ремонт эштәрендә булышыу, утын менән тәьмин итеү һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Маһира инәйҙең улы Фәнзил бөгөн мәкерле дошман менән алыша, илебеҙҙең тыныслығы

Ейәнсура районы етәкселеге махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең ғаиләһен даими иғтибар үҙәгендә тота, ярҙамдан өҙмәй. Мәҫәлән, Яңыбай ауылында ғүмер йомғағын һүтеүсе Маһира Ҡужахмәтоваға ярҙам күрһәткәндәр. Ошо ауыл мәктәбенең VIII класс уҡыусылары класс етәксеһе М.Ф. Ҡансурина етәкселегендә инәй йәшәгән йортҡа килеп, уның ихатаһын тулыһынса тәртипкә килтерҙе, баҡсаһын сүп-сарҙан таҙартты. – Махсус хәрби операциялағы һалдаттарҙың ғаиләһенә ярҙам итеү – мөҡәддәс бурыстарҙың береһе, – тип һөйләй Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов. – Беҙҙең өсөн унан да мөһимерәк эштәр юҡ, ул киләсәктә лә дауам итәсәк. Дәмин Марат улы билдәләүенсә, мәктәп балаларының өлкәндәргә ярҙамынан тыш, бүтән йүнәлештә лә уй-маҡсаттар тормошҡа ашырыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләренә, ғаиләләренә кәрәк-яраҡ килтереү, ремонт эштәрендә булышыу, утын менән тәьмин итеү һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал. Маһира инәйҙең улы Фәнзил бөгөн мәкерле дошман менән алыша, илебеҙҙең тыныслығын һаҡлай. Фото: Яңыбай ауылы мәктәбе.