Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотланы. “Хөрмәтле иптәштәр! Ҡәҙерле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Ысын йөрәктән Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотлайым! 1945 йылдың 9 май датаһы донъя тарихына мәңгелеккә совет халҡының ҡаһарманлығы, берҙәмлеге һәм рух көсө символы булараҡ яҙылған. Беҙ фронтта алышҡан яугирҙәр батырлығы, ҡаты һынауҙар үткән тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, фиҙакәр хеҙмәте Бөйөк Еңеүҙе яуларға булышлыҡ иткәндәрҙең барыһы алдында баш эйәбеҙ. Һеҙҙең батырлыҡ йөрәгебеҙҙә мәңгелеккә ҡаласаҡ, киләсәк быуындар өсөн миҫал буласаҡ. Һәләк булған һәм әле йәшәгән геройҙар алдындағы изге бурысыбыҙ – тыныслыҡты һаҡлау һәм фашизмдың йәнә баш күтәреүен булдырмау. Тап шуның өсөн бөгөн ейәндәрегеҙ һәм бүләләрегеҙ ил һағына баҫты. Беҙ ныҡлы ышанабыҙ: “Беҙҙең юлыбыҙ хаҡлы – Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!” Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күңел йылылығы, именлек һәм баш өҫтөндә тыныс күк йөҙө теләйем! Бөйөк Еңеү көнө менән!” Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты.