Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Байрамдарҙы күрә алмаҫ хәлгә еттем...

Беҙгә Күгәрсен районында йәшәгән Рауза исемле ҡатындан хат килде. Бәлки уға кәңәш менән ярҙам итеүсе булыр? “Кеше байрамдарҙы көтөп ала, ә мин бөтә йәнем-тәнем менән яратмайым. Сәбәбе – ирем. Ул һис тә алкаш түгел, эшсән, тырыш кеше. Тик бына байрамдар етһә, эсә лә ҡайта... Ә иң йәнде көйҙөргәне уны башҡалар эсерә – туғандары, хеҙмәттәштәре, күршеләр. Ғаиләбеҙ матур беҙҙең, етеш йәшәйбеҙ. Ирем егәрле, ҡулы ла алтын. Миңә һәм балаларға ҡарата һәйбәт мөнәсәбәттә. Тик холҡо йомшағыраҡ. Былай көндәрҙә, сәбәпһеҙ бер ҡасан да эсмәй. Тик бына байрамдар етһенме, эсә лә ҡайта. Шунда уҡ холҡо үҙгәрә, һөйләнә башлай, әллә ниндәй үпкәләрен иҫенә төшөрә, балаларға юҡ-барға бәйләнә, һүҙ әйтһәң, ҡул күтәрә. Аҫтын бысратып, хайуан хәленә ингәне лә булғылай... Байрам нисә көн дауам итә, шунса көн айнымай. Айыҡһа, аяғыма йығылып ғәфү үтенә, башҡаса ҡабатланмай ти... “Китәм” тип ҡурҡытып ҡарағаным да бар, тик башҡа яҡтан һәйбәт булғас, тағы аптырайым. “Кодировать” итәм тиһәм, мин алкаш түгел ти, бармай.

Беҙгә Күгәрсен районында йәшәгән Рауза исемле ҡатындан хат килде. Бәлки уға кәңәш менән ярҙам итеүсе булыр? “Кеше байрамдарҙы көтөп ала, ә мин бөтә йәнем-тәнем менән яратмайым. Сәбәбе – ирем. Ул һис тә алкаш түгел, эшсән, тырыш кеше. Тик бына байрамдар етһә, эсә лә ҡайта... Ә иң йәнде көйҙөргәне уны башҡалар эсерә – туғандары, хеҙмәттәштәре, күршеләр. Ғаиләбеҙ матур беҙҙең, етеш йәшәйбеҙ. Ирем егәрле, ҡулы ла алтын. Миңә һәм балаларға ҡарата һәйбәт мөнәсәбәттә. Тик холҡо йомшағыраҡ. Былай көндәрҙә, сәбәпһеҙ бер ҡасан да эсмәй. Тик бына байрамдар етһенме, эсә лә ҡайта. Шунда уҡ холҡо үҙгәрә, һөйләнә башлай, әллә ниндәй үпкәләрен иҫенә төшөрә, балаларға юҡ-барға бәйләнә, һүҙ әйтһәң, ҡул күтәрә. Аҫтын бысратып, хайуан хәленә ингәне лә булғылай... Байрам нисә көн дауам итә, шунса көн айнымай. Айыҡһа, аяғыма йығылып ғәфү үтенә, башҡаса ҡабатланмай ти... “Китәм” тип ҡурҡытып ҡарағаным да бар, тик башҡа яҡтан һәйбәт булғас, тағы аптырайым. “Кодировать” итәм тиһәм, мин алкаш түгел ти, бармай. Иремдең атаһы ла, әсәһе лә ныҡ эскән. Атаһы элек үк аҫылынған, ҡәйнәм эсеп туңып һәләк булды. Ҡан тарта тигәндәре ошомо икән? Өйләнешкән саҡта “Мин бәләкәй саҡтан эске күреп үҫтем, үҙемдең ғаиләмдә быға юл ҡуймаясаҡмын”, – тигән булғайны. Ошо һүҙҙәренә ышанып кейәүгә сыҡҡайным. Яңылыштым микән? Улай тиһәң, көн һайын эсеп тә ҡайтмай тағы. Бөтә туғандары хәлде белә, уларға ныҡлап әйтеп ҡуйған инем, эсермәгеҙ тип, улары туҡтаны кеүек. Ләкин был юлы күрше эсергән. Бөтә ауылды тыйып булмаҫын да аңлайым. Кешеләр ҡыуанып, ғаиләһе менән ял итә, ҡалаға барып килә, шашлыҡ ҡура, ә беҙҙә ҡара көндәр. Яңы йылдың ун көнөн дә эсеп үткәргәйне, әле май байрамдарында айный алмай. Киләһе оҙайлы ялдарҙы ҡотом осоп көтөп торам... Ошонда ултырған апайҙар миңә кәңәш бирмәҫ микән? Айырылам тиһәм, яратам, көйләнгән тормошто үҙгәртке, балаларҙы етем итке килмәй. Тик һәр байрамдың боҙолоуы ла үҙәккә үтте. Нисек ирҙе аҡылына килтерергә?” – тип яҙған ул. Әлиә Хужәхмәтова фотоһы.