Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Телһөйәрҙәр диктант яҙҙы

Башҡорт филологияһы факультеты студенттары һәр ҡунаҡты башҡортса сәләмләп, диктант яҙыу майҙансығына оҙатты, ә хәрби кейемдәге егеттәр етеп килгән Бөйөк Еңеү байрамының 80 йыллығы менән тәбрикләп, һәр кемгә Георгий таҫмалары таратты. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант ике майҙансыҡта ойошторолдо. Тәүгеһендә башҡорт телен камил белеүселәр яҙыусы, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманованың МХО-ға юлъяҙмаһынан өҙөктө яҙҙы. Тексты ғалимә, фольклорсы, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәева уҡыны. Икенсе майҙансыҡта башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр йыйылды. Уларға билдәле шағирә, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Зөһрә Ҡотлогилдинаның әҫәренән өҙөк тәҡдим ителде. Диктантты танылған журналист, яҙыусы һәм тәржемәсе Рәсүл Сәғитов уҡыны. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, текстарҙың йөкмәткеһе Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналды. Диктант яҙырға килеүселәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова етәкселегендәге “Ауаз” фольклор ансамбле сәләмләп, дәртле йыр бүләк итте. Улар шулай уҡ ҡунаҡтарҙы ла йыр-моң менән ҡаршылап, бейергә төшөрөп, сараға матур биҙәк өҫтәне. Ҡатнашыусыларҙы мәртәбәле ҡунаҡтар сәләмләп, диктант яҙыуҙа уңыштар теләне. Диктант яҙырға ғаиләһе, балалары менән килеүселәр ҙә күп ине. Мәҫәлән, журналист, шағирә Миләүшә Ҡыҙрасова тормош юлдашы, ҡыҙы Нурия менән бергәләп диктант яҙҙы. Хеҙмәттәшебеҙ Таңсулпан Байтимерова улы Ҡаһарман менән килгән ине. Коллегабыҙ Луиза Шәптиева ла акцияла ғаиләһе менән ҡатнашты. Сара һуңында Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы етәксеһе Гөлназ Йосопова диктант тексының авторҙарына, дикторҙарға һәм ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдереп, бүләктәр тапшырҙы. Автор фотолары.