Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант милләттәштәребеҙҙең яратҡан һәм көтөп алған акцияларының береһенә әүерелде. Унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ихлас ҡатнаша. Шуға күрә республикабыҙҙың күп уҡыу йорттарында ойошторола был сара. Баш ҡаланың үҙәгендә урынлашҡан 1-се республика полилингваль күп функциялы гимназияһы ла акцияла йыл һайын ҡатнаша. Быйыл унда диктант яҙыу өсөн ата-әсәләр саҡырылды. Шулай уҡ уҡыусы балалар ҙа диктант яҙҙы. Директорҙың туған телдәр буйынса урынбаҫары Айгөл Сәғитова әйтеүенсә, быйыл 11-се класс уҡыусылары һәм 6-сы класта уҡыған Шайморатов класы уҡыусылары ла ҡатнашты. – Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты гимназияла йыл һайын яҙабыҙ. Төрлө йылдарҙа уның форматын төрлөсә итәбеҙ. Быйыл уҡыусыларҙы ла ҡатнаштырырға булғас, еңел кимәлде һайланыҡ. Ҡайһы берҙә билдәле кешеләрҙе саҡырып уларҙан уҡытабыҙ. Был юлы гимназиябыҙҙың тәжрибәле башҡорт теле уҡытыусыһы Әлмира Исхаҡова уҡыны, – тине ул. Айгөл Фәнил ҡыҙы әйтеүенсә, полилингваль гимназияла башҡорт телен өйрәнеү өсөн би