18-30 апрелдә Рәсәйҙең “Белем” йәмғиәте “Белем. Беренселәр” мәғрифәт акцияһы үткәрә. Ул Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. Үҙәк сара Мәскәүҙәге Еңеү vузейында уҙғарыла. Башҡортостан делегацияһында – алты студент, улар – Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ (Росмолодежь) программаһы буйынса сертификат алыусылар. Марафонға шулай уҡ мәктәп директорҙарының тәрбиә эштәре, балалар йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшселәре ҡушыла. – Еңеү көнө – илебеҙ тарихындағы героик ваҡиғаны сағылдырған ҙур байрам. Еңеү, һис шикһеҙ, бөтә кешелектең киләсәген үҙгәртте. Күп милләтле халҡыбыҙ ҙур тырышлыҡ һәм юғалтыуҙар менән фашизмды еңде, кешеләргә ирекле һәм тыныс тормош бүләк итте. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғалары ваҡыт үтеү менән онотолмай, бөгөн дә улар 80 йыл элекке кеүек үк көнүҙәк. Йәштәрҙең үҙ тарихын белеүе һәм хәтерендә тотоуы мөһим. Балалар төрлө өлкәләге ҡаҙаныштарҙың Еңеү менән нисек бәйле икәнен белергә тейеш, – тип билдәләне Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы