Республикабыҙҙың, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендә, хатта сит илдәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ, башҡорт телен белгән, яратҡан башҡа милләт вәкилдәре Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу сараһына ҡушылды. Мәғрифәтселек акцияһы быйыл 11-се тапҡыр үткәрелә. Йылдағыса диктант өс вариантта яҙыла: башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, яҡшы белеүселәр һәм төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн. Быйылғы текст темалары Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналған. Баш ҡалабыҙ Өфөлә, республикабыҙҙың район һәм ҡалаларында һәм милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә диктантты офлайн форматта яҙыу майҙансыҡтары эшләй. Баш ҡалала уларҙың иң ҙурҙары БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, Өфө вуз-ара студенттар кампусында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Башҡортостандың Милли музейында, Ә.З. Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Өфө күп профилле һөнәри колледжында, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында, БР Милли әҙәбиәт музейында, Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығында, Өфө лимонарийында урынлашҡан. Шулай уҡ мәктәптәр, уҡыу йорттары, ойошмалар үҙ теләге буйынса диктант яҙыу майҙансыҡтары ойошторҙо. Шулай уҡ Евразия күсмә цивилизациялар музейының "Тура-Хан" визит-үҙәгендә лә офлайн майҙансыҡ эшләй. Теләге булған һәр кем диктантты онлайн алымда яҙа. Йылдағыса 11.00 сәғәттә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, акцияның рәсми сайтында, акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә тура эфир башланды. Эфир тамамланғандан һуң яҙма https://bashdictant.ru/ сайтына, https://vk.com/bash_tv, https://vk.com/bash_fond сәхифәләренә ҡуйыла. Теләүселәр ошо яҙмаларҙы ҡарап, диктантты һуңыраҡ та яҙа ала. Эштәрегеҙҙе тикшертеү өсөн диктанттың фотоһын (сканын) https://t.me/bash_dictant_bot телеграм-ботына йәки bashdictant2025@yandex.ru электрон почтаһына ебәрегеҙ. Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdictant.ru/ сайтында баҫылып сығасаҡ. ФЕКЕР – Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – минең өсөн ҙур әһәмиәткә эйә ваҡиға. Хәҙер инде алты-ете йыл дауамында Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа диктант яҙыу буйынса төп модератор булараҡ сығыш яһайым. Быйыл беҙҙең каналда диктант текстарын МХО яугире Ринат Күлтоманов, коллегабыҙ Айнур Кәбиров һәм Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов уҡый. Эфирҙың яҙмаһы һаҡлана, шуға күрә бөгөн акцияға ҡушыла алмаған кешеләр диктантты 28 апрелгә тиклем яҙа ала. Ваҡыт юҡлыҡҡа һылтанырға, “минһеҙ ҙә яҙырҙар әле” тигән ҡарашта булырға ярамай. Һәр беребеҙ “мин яҙмаһам, кем яҙыр” тигән фекерҙә булһын ине. Был сара – беҙҙең туған телебеҙгә ҡарата мөнәсәбәтеҙҙе, һөйөүебеҙҙе күрһәтеү мөмкинлеге ул, – тине телевидение алып барыусыһы, Башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттың модераторы Наил Юнысов. Фото: “Башҡортостан” гәзите һәм авторҙыҡы.