Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса советтың беренсе киңәйтелгән ултырышын үткәрҙе. Сарала Хөкүмәт ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, үҫеш институттары етәкселәре, муниципаль хакимиәттәр башлыҡтары, ижади коллективтар етәкселәре, эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. “Бөгөн беҙ Креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса советтың эшенә старт бирәбеҙ. Беҙҙең бурыс – был мөһим даирәнең үҫешендә яңы этапты башлау, эште тәғәйен юҫыҡҡа күсереү, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ әүҙем ижади кешеләр командаһын тупланыҡ. Идеялар менән алмашасаҡбыҙ, тәғәйен проекттарҙы тикшерәсәкбеҙ”. Республика етәксеһе билдәләүенсә, креатив индустрияларҙың үҫешен координациялаусы вәкәләтле орган итеп Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы тәғәйенләнә. Ә эште алып барыу өсөн ошо Совет ҡарамағындағы Дирекция ойошторола. “Министрлыҡҡа 15 айға саҡлы беҙҙең был Совет тураһындағы ҡағиҙәләрҙе эшләү һәм раҫлау йөкмәтелә. Ә республика Хөкүмәте 5 майға хәтлем Дирекцияның структураһын һәм финанслау тәртибен әҙерләп бирергә тейеш”, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
Радий Хәбиров Креатив индустрияларҙы үҫтереү буйынса совет ултырышын үткәрҙе
25 апреля25 апр
~1 мин