Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Продюсерҙар клубында нимә тикшерҙеләр?

“Креастан” форумы сиктәрендәге Продюсерҙар клубы ултырышында Рәсәй төбәктәренең креатив исҡтисадтағы уңышлы кейстары ҡаралды. “Беҙ кисә Өфөгә алдан уҡ килдек, ҡалала йөрөп сығыу форсаты булды. Һоҡланғыс “Арт-Квадрат” биләмәһен ҡараныҡ, йәштәр унда бик күп. Тимәк, һеҙ дөрөҫ аудиторияны таба алғанһығыҙ. Был – креатив иҡтисад менән шөғөлләнергә тейеш булғандарҙың маҡсатлы портреты ул”, – тине “Себер креатив индустрия институты” акционерҙар коммерцияға ҡарамаған йәмғиәте директоры Александр Черников. Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы аңлатыуынса, республиканың заманса креатив күренеше төбәк идара итеү командаһының ярҙамы нигеҙендә үҫешә. Ултырышта Төмән өлкәһе, Красноярск крайы һәм Санкт-Петербург ҡунаҡтары иҡтисадтың креатив йүнәлештәре тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.