Башҡортостандың республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев етәкселегендәге рәсми делегацияһы Үзбәкстанға килде. “Үзбәкстан Башҡортостандың иң мөһим сауҙа-сәнәғәт партнеры булып тора. Үзбәкстан инвесторҙары Башҡортостан биләмәһендә етештереү көстәре ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Беҙҙең визиттың маҡсаты – яңы үҫеш нөктәләре булдырыу”, – тине Александр Шельдяев. Сәфәр программаһында сәнәғәт объекттарында булыу, шулай уҡ дәүләт органдары етәкселәре менән осрашыуҙар ҡаралған. Программаның төп ваҡиғаһы – “ИННОПРОМ, Үҙәк Азия” халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнашыу. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте.