Найти в Дзене

Маҡсаттары бер – яугирҙәребеҙ ғүмерҙәрен ҡотҡарыу

- Ойоштороусыларға хәрби хирургия буйынса практикумды беҙҙә, республикабыҙҙа, ойоштороу ҡарарын ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Тотош Башҡортостан, тотош ил, махсус хәрби операция башланған көндәрҙән алып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәр йәһәттән ярҙам итеү мәсьәләһен ҡуйҙы. Был – шул иҫәптән медицина ярҙамын күрһәтеү ҙә. Яңы алымдарға мохтажлыҡ тыуа. Һөҙөмтәлә һеҙҙең алда ҙур эш тора, сөнки дауалау, тергеҙеүҙән тыш, реабилитациялау ҙа бар, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – 2022 йылдан алып Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре Луганск Халыҡ Республикаһы, Донецк Халыҡ Республикаһы госпиталдәрендә эшләй. Шуға күрә бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдергем килә. Һеҙҙең иңгә шундай яуаплы бурыс һалынған. Әйткәндәй, беҙҙең бик ҡыҙыҡлы проект бар. Уны “Беренсе тирмә” тип атаныҡ. Егеттәр һәм унда даими барыусылар госпиталдәрҙә, табиптарҙан тыш, санитарҙарға ла ҙур ихтыяж барлығы тураһында әйткән ине. Әле сираттағы состав унд

- Ойоштороусыларға хәрби хирургия буйынса практикумды беҙҙә, республикабыҙҙа, ойоштороу ҡарарын ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм. Был беҙҙең өсөн бик мөһим. Тотош Башҡортостан, тотош ил, махсус хәрби операция башланған көндәрҙән алып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәр йәһәттән ярҙам итеү мәсьәләһен ҡуйҙы. Был – шул иҫәптән медицина ярҙамын күрһәтеү ҙә. Яңы алымдарға мохтажлыҡ тыуа. Һөҙөмтәлә һеҙҙең алда ҙур эш тора, сөнки дауалау, тергеҙеүҙән тыш, реабилитациялау ҙа бар, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – 2022 йылдан алып Башҡортостандың медицина хеҙмәткәрҙәре Луганск Халыҡ Республикаһы, Донецк Халыҡ Республикаһы госпиталдәрендә эшләй. Шуға күрә бөгөн медицина хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдергем килә. Һеҙҙең иңгә шундай яуаплы бурыс һалынған. Әйткәндәй, беҙҙең бик ҡыҙыҡлы проект бар. Уны “Беренсе тирмә” тип атаныҡ. Егеттәр һәм унда даими барыусылар госпиталдәрҙә, табиптарҙан тыш, санитарҙарға ла ҙур ихтыяж барлығы тураһында әйткән ине. Әле сираттағы состав унда юлланды. Улар – ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар. Республика етәксеһе шулай уҡ Башҡортостан дәүләт медицина университетының көслө юғары уҡыу йорто икәнлеге тураһында белдерҙе, барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтте. Статс-секретарь - Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары Анна Цивилёва конференция барышында видеомөрәжәғәт менән сығыш яһаны. "2012 йылдан хәрби кафедралар ябайлаштырылды, был йүнәлеш буйынса тулыһынса тиерлек туҡтатылды. Махсус хәрби операция башланғас, Киров исемендәге Хәрби медицина академияһында граждан хирургтар өсөн мәғариф мәғариф программалары ойошторолдо. Әммә ул ғына һаулыҡ һаҡлау системаһындағы барлыҡ ихтыяжды ҡаплай алырлыҡ белгестәрҙе әҙерләй алмай. Һуңғы йылдарҙа махсус хәрби операция шарттарында хәрби медицина хеҙмәткәрҙәре меңләгән яралыларға медицина ярҙамы күрһәтте”, - тип белдерҙе ул. Анна Цевилева Рәсәй Хирургтар йәмғиәтенә, Бурденко исемендәге Төп хәрби клиник госпиталгә, Киров исемендәге Хәрби академияға, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, был проектҡа булышлыҡ иткәндәрҙең барыһына ла, шулай уҡ Стратегик башланғсытар агентлығына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко сарала ҡатнашыусыларға видеомөрәжәғәт ебәргән ине. “Бөгөн Башҡортостан медицина университетының сараны үткәреү урыны итеп һайланыуы тиккә түгел. Бында лекция күнекмәләрен үткәреүгә генә түгел, операция яһау шарттарында хирургия йәһәтенән оҫталыҡты артырыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Вуз уҡытыусылары өсөн был хәрби хирургия буйынса белемде артабан да мәғариф программалары барышында ҡулланыу йәһәтенән отошло”, - тине. Стратегик башланғыстар агентлығы генераль директоры Светлана Чупшева тура бәйләнешкә сыҡты һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға медицина ярҙамын күрһәтеү, кадрҙар һәм башҡалар тураһында һөйләне. - Ишетеүебеҙсә, 2012 йылдан хирургтарға хәрби хирургия оҫталығына уҡытыу мөмкинлектәрен юғалттыҡ. Һөҙөмтәләрен бик яҡшы беләбеҙ. 2022 йылдың 2 мартына тиклем, беренсе аҙнала, урында өйрәнә башланыҡ һәм әле лә өйрәнәбеҙ. Дуҫтарымдың күбеһе беҙҙең армия сафтарында хеҙмәт итә, - тине әле Минераль Һыуҙар ҡалаһында командировкала булған Рәсәй Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Бадма Башанкаев видеобәйләнеш аша. – Радий Фәрит улы, ярҙам иткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Башҡортостандан егеттәр менән эшләйбеҙ. Рәсәй Оборона министрлығының Баш хәрби-медицина идаралығы етәксеһе урынбаҫары, медицина хеҙмәте генерал-майоры Александр Серговенцев Башҡортостан Башлшығына хәрби медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт әйтте. “Бергәләшеп, бер-беребеҙҙе аңлап эш иткәндә, иңгә-иң ҡуйып, тәжрибә уртаҡлашып маҡсатыбыҙға өлгәшә алабыҙ. Ә маҡсатыбыҙ бер – яугирҙәребеҙҙең ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалыу, уларҙың тиҙерәк стройға ҡайтыуы”, - тине ул. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә барған Волга буйы федераль округы төбәктәре өсөн “Хирургия практикумы. Граждан хирургтар өсөн хәрби хирургия” конференцияһын Стратегик башланғыстар агентлығы Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойоштора. Баш ҡалалағы Вуз-ара студенттар кампусында Волга буйы федераль округының хирургия өлкәһендәге белгестәре йыйылды. Сарала 250 тирәһе белгес – хирургтар, травматологтар, анестезиолог-реаниматологтар, оториноларингологтар, реконструктив һәм пластик хирургия буйынса белгестәр ҡатнаша. Уларҙың барыһы ла махсус хәрби операция барышында яраланғандарҙы дауалау менән шөғөлләнә. Конференцияла ҡатнашыусылар яуҙа яраланған осраҡта беренсе ярҙам күрһәтеү, реабилитациялау һәм башҡалар тураһындағы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алыша. Сара Рәсәй хирургтар йәмғиәтенең Н.Н. Бурденко исемендәге Төп хәрби клиник госпиаль һәм С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы хеҙмәттәшлегендә, Стратегик башланғыстар агентлығы булышлығында үткәрелә. Автор фотолары.