Тормошобоҙҙо медицина хеҙмәткәрҙәренән тыш күҙ алдына килтереүе ауыр. Был һөнәр эйәләре араһында фельдшерҙар айырым урын биләй. Тап ошо медицина хеҙмәткәрҙәре “Ашығыс медицина ярҙамы” машинаһында, фельдшер-акушерлыҡ пункттарында бәләгә тарығандарҙы, медицина ярҙамына мохтаждарҙы ҡабул итә. Фельдшер – ул һөнәр генә түгел, хатта йәшәү рәүеше, тиһәк, һис хата булмаҫ, сөнки тынғыһыҙ эште үҙ итә алғандар ғына был йүнәлеш буйынса эшләй алалыр. Әйткәндәй, бөгөн баш ҡалабыҙҙа “Башҡортостан Республикаһы фельдшер-акушерлыҡ пункттарының иң яҡшы фельдшеры” республика һөнәри конкурсының икенсе этабы үткәрелде: 26 фельдшер үҙ көсөн һынаны. Күмертау ҡала дауаханаһы, Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһы, Стәрлетамаҡтағы 1-се ҡала клиник дауаханаһы, Балаҡатай үҙәк район дауаханаһы, Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы, Өфөләге 9-сы ҡала клиник дауаханаһы, Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһы, Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы, Ҡырмыҫҡалы үҙәк район дауаханаһы, Йәрмәкәй үҙәк район дауаханаһы фельдшерҙары Өфөгә килде