Татарстандың атҡаҙанған артисы Илһөйә Бәҙретдинованың Иҫке Балтастағы гастролдәре ҙур уңыш менән үтте, тип яҙа “Балтач таңнары”. Шул концерттарҙың береһендә ҡыҙыҡлы хәл булған. Тамашасыларҙың береһе - Гүзәлиә Солтанова яратҡан йырсыһына бер банка ҡайын һыуы бүләк иткән. – Эх, ҡайын һыуы... Ҡайын һыуын эсә алмайым, урмандарға туҡталырға ваҡыт юҡ. Шулай мине ҙурлағанығыҙ өсөн бик ҙур рәхмәт. Киләһе йылға һиңә банкаһын килтерермен, – тип, тамашасыларын көлдөрөп, рәхмәт һүҙҙәрен еткергән йырсы. Тамашасылар йырсыны ошондай йор һүҙлелеге, ябайлығы өсөн дә ихтирам итәлер, моғайын. Фото:"Балтач таңнары" сайтынан.