Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Бөрйән яңылыҡтары

Рәсәй Почтаһы бүлексәләре май байрамдарында эш графигын үҙгәртәсәк

Рәсәй Почтаһы бүлексәләре май байрамдарында эш графигын үҙгәртәсәк. 1 һәм 9 май Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургтағы тәүлек әйләнәһенә эшләгән почта бүлексәләренән башҡа бөтә почта бүлексәләре өсөн ял көндәре буласаҡ. 8 майҙа бүлексәләр ҡыҫҡартылған график буйынса эшләйәсәк һәм 1 сәғәткә иртәрәк ябыласаҡ. 2 майҙан 7-һенә тиклем бөтә ил буйынса почта бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләйәсәк. Ял көндәрендә почтальондар хаттар һәм ваҡытлы матбуғат баҫмаларын таратмаясаҡ. Почта хеҙмәткәрҙәре пенсияларҙы һәм пособиеларҙы, конкрет төбәктәрҙең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, РФ Социаль фондының төбәк бүлексәләре менән килешелгән график буйынса таратасаҡ. Эш графигын аныҡларға йәки картала яҡындағы асыҡ бүлекте pochta.ru сайтында йәки компанияның мобиль ҡушымтаһында табырға мөмкин.

Рәсәй Почтаһы бүлексәләре май байрамдарында эш графигын үҙгәртәсәк.

1 һәм 9 май Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургтағы тәүлек әйләнәһенә эшләгән почта бүлексәләренән башҡа бөтә почта бүлексәләре өсөн ял көндәре буласаҡ.

8 майҙа бүлексәләр ҡыҫҡартылған график буйынса эшләйәсәк һәм 1 сәғәткә иртәрәк ябыласаҡ.

2 майҙан 7-һенә тиклем бөтә ил буйынса почта бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләйәсәк.

Ял көндәрендә почтальондар хаттар һәм ваҡытлы матбуғат баҫмаларын таратмаясаҡ. Почта хеҙмәткәрҙәре пенсияларҙы һәм пособиеларҙы, конкрет төбәктәрҙең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, РФ Социаль фондының төбәк бүлексәләре менән килешелгән график буйынса таратасаҡ.

Эш графигын аныҡларға йәки картала яҡындағы асыҡ бүлекте pochta.ru сайтында йәки компанияның мобиль ҡушымтаһында табырға мөмкин.