Радий Хәбиров республиканың етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 22-се ултырышында ҡатнашты. Ултырыш башланыр алдынан төбәк етәксеһе БАССР-ҙың Юғары советы депутаттарына – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға арналған фотоэкспозицияны ҡараны. Республика парламенты фойеһында эшләй башлаған күргәҙмә Еңеүҙең 80 йыллығына арнала. – Беҙҙә 184 депутат фронтовик булды, улар араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, 11 Советтар Союзы Геройы, ике Социалистик Хеҙмәт Геройы һәм бер Дан орденының тулы кавалеры бар. Һуғыш башланыу менән Юғары Советтың бөтә составы тиерлек фронтҡа китә. Уларҙың һәр береһе Еңеүгә лайыҡлы өлөш индергән, – тине республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – Был күргәҙмә фронтовик депутаттарҙың тормош юлы хаҡында һөйләй. Даими эшләйәсәк ошо экспозиция республикала йәшәүселәрҙең күбеһенә ҡыҙыҡлы булыр, тип ышанам. *** Көн тәртибендә төп мәсьәлә булып 2024 йылда төбәктең Контроль-иҫәп палатаһы эше тураһында отчет торҙо. Уны Контроль-иҫә