Яңы һигеҙ ҡатлы объектты Шәфиев урамындағы БДМУ клиникаһы янында төҙөйҙәр. Үҙенең сәләмләү һүҙендә төбәк етәксеһе Башҡорт дәүләт медицина университетының инфраструктураһын әүҙем нығытыуҙы билдәләне. – БДМУ майҙансығында даими осрашып, яңы объекттар төҙөүгә старт биреү яҡшы йолаға әүерелде. Беҙ медицина университетында барған ыңғай процестарға бик шатбыҙ. Республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһының торошо ошо юғары уҡыу йортоноң нисек үҫешеүенә бәйле, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн сираттағы ҡыҙыҡлы, юғары технологиялы объектҡа нигеҙ һалабыҙ. Ул уҡытыу сифатын, сығарылыш уҡыусыларының квалификация кимәлен күтәреүгә һәм, иң мөһиме, медицина тикшеренеүҙәрен үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. БДМУ ректоры Валентин Павлов республика етәкселегенә хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт әйтте һәм Трансляция медицинаһы институтын төҙөү – юғары уҡыу йортоноң фәнни ҡеүәтен нығытыуҙа тағы бер аҙым, тип билдәләне. Бында табиптар иммунитеттың алдынғы технологияларын эшләп, ҡулланыуға индерәсәк, ә онкология һәм кардиология пр