Йәрмәкәй үҙәк район дауаханаһына, “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, “Ренекс” күсмә рентген аппараты алынды. Күсмә аппарат рентген кабинеты шарттарынан тыш, пациенттар өсөн уңайлы диагностика үткәреүҙе тәьмин итә. Ҡеүәтле ҡорамалдың киң мөмкинлеге экспресс- диагностиканы палаталарҙа үткәрергә булыша. Аппаратты еңел генә күсереп йөрөтөп була. “Беҙҙең белгестәребеҙ был аппаратты интенсив терапия, реанимация, травматология, ортопедия, педиатрия һәм неонатология бүлексәләрендә хәрәкәт мөмкинлектәре сикләнгән пациенттарға медицина тикшереүе үткәреү өсөн файҙалана”, –тине табип – рентгенолог Ринат Бадыкшанов. Ҡорамал менән бергә табип- рентгенолог автоматлаштырылған эш урыны ла алды. “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты ( нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбә